Матфей 15

15
Алла әмере һәм ата-бабаларҙан килгән йолалар
1Шул ваҡыт Ғайса янына Иерусалимдан фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:
2– Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулдарын йыумай? – тип һоранылар.
3– Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла әмерен боҙаһығыҙ? – тип ҡаршы төштө Ғайса. – 4Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тигән бит. 5Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти, 6уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. 7Ике йөҙлөләр! Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:
8«Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә,
әммә күңелдәре Минән йыраҡ.
9Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа:
улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
10Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға:
– Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ. 11Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.
12Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килде.
– Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һораны улар.
13– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул. 14– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.
15Шунда Петр Унан:
– Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.
16– Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса. 17– Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни? 18Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – йөрәгенән сыға. Уны шул бысрата ла. 19Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға. 20Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.
Ханаан ҡатынының иманы
21Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте. 22Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып:
– Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.
23Әммә Ғайса уға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтарманы. Шәкерттәре килеп Уға:
– Һорағанын ҡылсы. Юғиһә, ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.
24– Мин Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
25Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды:
– Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!
26– Икмәкте балаларҙан алып, эттәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса.
27– Эйе, Әфәндем. Тик эттәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын.
28Ғайса уға:
– Эй, апай! Һинең иманың ныҡ! Теләгәнеңсә булһын, – тине.
Уның ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.
Дүрт мең кешене туйҙырыу
29Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы. 30Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 31Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Израиль Аллаһын данланы.
32Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды:
– Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы инде Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.
33– Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә беҙ ҡайҙан алайыҡ? – тине Уға шәкерттәре.
34– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар?
– Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ.
35Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, 36ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 37Бөтөнөһө лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 38Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине. 39Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса кәмәгә ултырып Магадан ерҙәренә юл тотто.

ハイライト

シェア

コピー

None

すべてのデバイスで、ハイライト箇所を保存したいですか? サインアップまたはサインインしてください。