Матфей 17

17
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
1Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны Үҙе менән алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. 2Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡыны, ә кейеме яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә инде. 3Ҡапыл улар ҡаршыһында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар. 4Шунда Петр Ғайсаға:
– Хужабыҙ, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.
5Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
6Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ҡапланды, улар бик ныҡ ҡурҡты.
7Ғайса килеп уларға ҡағылды:
– Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ!
8Шәкерттәр, күтәрелеп ҡарағас, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне.
9Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы:
– Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.
10– Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны Унан шәкерттәре.
11– Ысынлап та, Ильяс килеп, бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 12– Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар һәм уның менән ни теләһәләр, шуны ҡылдылар. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк.
13Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләүен аңланылар.
Малайҙың эсенән енде ҡыуып сығарыу
14Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, Ғайса алдына бер кеше килде лә тубығына йығылды:
15– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана. 16Мин уны шәкерттәреңә килтергәйнем, ләкин улар һауыҡтыра алманы.
17– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.
18Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.
19Шунан һуң шәкерттәр, Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас, Унан:
– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
20-21– Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине#17:20 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 21-се аят та бар: «Бындай ендәр төрө доға ҡылыу һәм ураҙа тотоу менән генә ҡыуып сығарыла»..
Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында ҡабат әйтеүе
22Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса уларға:
– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк. 23Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.
Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.
Алла Йортона бирелә торған саҙаҡа
24Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла Йорто өсөн ике драхма#17:24 Ике драхма – йәһүдтәрҙең һәр ир-аты Алла Йортона түләргә тейеш булған йыллыҡ һалым. Бер драхма яҡынса бер динарға тиң булған. күләмендәге һалым йыйыусылар Петр янына килде.
– Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны улар.
25– Түләй, – тип яуап бирҙе Петр.
Петр өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы:
– Симон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
26– Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петр.
– Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса. 27– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә#17:27 Көмөш тәңкә – грекса «статир». Ул дүрт драхмаға тиң булған. табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.

ハイライト

シェア

コピー

None

すべてのデバイスで、ハイライト箇所を保存したいですか? サインアップまたはサインインしてください。