Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр.
Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап:
– Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.