Ғәмәлдәр 11:17-18
Ғәмәлдәр 11:17-18 BSKNT14
Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр. Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.