Лука 13
13
«Тәүбәгә килмәһәгеҙ, һәләк булырһығыҙ»
1Ошо ваҡытта Ғайса янына ниндәйҙер кешеләр килеп, ҡорбан килтергән саҡтарында Пилаттың әмере буйынса үлтерелгән Галилея кешеләре тураһында һөйләгән. Уларҙың ҡаны килтерелгән ҡорбан ҡанына буталған. 2Ғайса ул хәлгә ҡарата былай тип әйткән:
– Был хәл Галилеяның ошо кешеләре менән булып уҙғанлыҡтан, улар башҡа галилеялыларға ҡарағанда гонаһлыраҡ тип уйлайһығыҙмы? 3Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ. 4Йәки Силоам манараһы ауып, уның аҫтында баҫылып үлгән ун һигеҙ кеше Иерусалимда йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы? 5Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, барығыҙ ҙа улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
Емешһеҙ инжир ағасы хаҡында ҡисса
6Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:
– Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә, ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. 7Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, ләкин таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. 8Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор, мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. 9Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».
Шәмбе көнө ауырыу ҡатынды һауыҡтырыу
10Ғайса шәмбе көнө бер ғибәҙәтханала өйрәткән. 11Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған. 12Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да:
– Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.
13Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған. 14Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа:
– Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.
15Раббы Ғайса:
– Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай? 16Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.
17Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялған, бөтөн халыҡ иһә Ул ҡылған бар данлы эштәргә шатланған.
Горчица орлоғо һәм әсетке
18Шунан һуң Ғайса былай тип һөйләгән:
– Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Миңә Уны нимә менән сағыштырырға?
19Ул кешенең үҙ баҡсаһына ултыртҡан горчица орлоғона оҡшаған: үҫеп еткәс ағасҡа әүерелә һәм ҡоштар уның ботаҡтарында оя ҡора.
20Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым? 21Ул әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше аҙ ғына әсетке менән бер тоҡ ондан#13:21 Бер тоҡ – һүҙмә-һүҙ «өс үлсәм». Был яҡынса 36 литр (23 кг он). ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.
Тар ҡапҡалар хаҡында ҡисса
22Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Иерусалимға юл тотҡан. 23Кемдер Унан:
– Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән? – тип һораған.
Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тип яуаплаған:
24– Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ. 25Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар. 26Шул саҡ һеҙ: «Беҙ һинең менән бергә ашаныҡ, эстек, Һин урамдарыбыҙҙа беҙҙе өйрәттең», – тип әйтә башларһығыҙ. 27Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнлегегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тип әйтер.
28Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ. 29Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында мәжлес өҫтәле артына ултырырҙар. 30Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.
Ғайсаның Иерусалим хаҡында көйөнөүе
31Шул ваҡыт фарисейҙарҙың ҡайһы берҙәре килеп Ғайсаға:
– Бынан кит, Ирод Һине үлтерергә теләй, – тигән.
32Ғайса уларға былай тип яуаплаған:
– Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйтегеҙ. 33Улай ғына ла түгел, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Иерусалимдан ситтә үлтерелеүе күҙ алдына килмәй.
34Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 35Хәҙер иһә һеҙҙең Изге Йортоғоҙ ташланыласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!
Zur Zeit ausgewählt:
Лука 13: BskNT14
Markierung
Teilen
Kopieren
Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.
© Институт перевода Библии, 2014