Лука 14

14
Ғайсаның шәмбе көнө тураһында яуабы
1Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барған. Фарисейҙар Уны күҙәткән. 2Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сигеүсе бер кеше килеп баҫҡан.
3– Ҡанун буйынса, шәмбе көнө дауаларға яраймы? – тип һораған Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.
4Тегеләре өндәшмәгән. Ә Ғайса, ауырыу кешене ҡосағына алып, уны һауыҡтырған, өйөнә ҡайтарып ебәргән. 5Ғайса уларҙан:
– Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме? – тип һораған.
6Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алмаған.
Саҡырылған ҡунаҡтар хаҡында ҡисса
7Саҡырылған ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә урынды түрҙән алыуҙарын күреп, Ғайса уларға былай тигән:
8– Берәү һине мәжлескә саҡырһа, түрҙәге урынға ултырма, сөнки һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал. 9Һине лә, уны ла саҡырған хужа эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың. 10Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ишек янынан урын ал, шунда хужа эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шул саҡ һинең менән бергә мәжлестә ултырыусыларҙың бөтәһе алдында ихтирамың артыр. 11Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
12Ғайса үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәшкән:
– Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеләреңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. 13Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, 14ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.
15Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе:
– Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тигән.
16Ғайса иһә уға былай тип яуап биргән:
– Бер кеше ҙур табын әҙерләп күп ҡунаҡ саҡырған. 17Ашар мәл еткәс, үҙенең хеҙмәтсеһен ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә ебәргән. 18Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 19Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 20Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән. 21Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған һәм хеҙмәтсеһен: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип сығарып ебәргән. 22Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән. 23Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. – 24Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ»#14:24 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «сөнки саҡырылғандар күп булһа ла, һайлап алынғандар аҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар..
Ғайсаға эйәреү хаҡы
25Ғайса артынан күп халыҡ эйәргән, Ул былай тип мөрәжәғәт иткән:
26– Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай. 27Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай. 28Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? 29Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргәндәрҙең барыһы ла: 30«Был кеше төҙөй башланы ла, тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр.
31Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме? 32Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрәсәк.
33Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.
Тәмен юғалтҡан тоҙ
34Тоҙ яҡшы нәмә. Әммә үҙенең тәмен юғалтһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһың? 35Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

Zur Zeit ausgewählt:

Лука 14: BskNT14

Markierung

Teilen

Kopieren

None

Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.