Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән. Ғайса Яхъяның шәкерттәренә:
– Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.