Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килгән дә, Уның алдына йығылған. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та шунда уҡ һауығыуы тураһында бөтөн халыҡ алдында һөйләп биргән. Ғайса уға:
– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.