Лука 7

7
Йөҙбашының хеҙмәтсеһен һауыҡтырыу
1Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән. 2Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан. 3Йөҙбашы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәргән. 4Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораған:
– Йөҙбашы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.
6Ғайса аҡһаҡалдар менән киткән. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙбашы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәргән һәм:
– Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушҡан. – 7Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.
9Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғайса хайран ҡалған һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп:
– Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Израиль халҡында был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тигән.
10Ебәрелгән кешеләр әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанлығын күргәндәр.
Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү
11Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға киткән. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барған. 12Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып килгәндәр. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып килгән. 13Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп:
– Илама, – тигән.
14Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған.
– Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.
15Үлгән егет тороп ултырған һәм һөйләшә башлаған. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып биргән. 16Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм:
– Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.
17Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя
18Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп биргән. Яхъя ике шәкертен янына саҡырып алған да, 19уларҙы Раббыға ебәргән:
– Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.
20Улар Ғайса янына килгәс:
– Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тигәндәр.
21Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән. 22Ғайса Яхъяның шәкерттәренә:
– Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 23Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап биргән.
24Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башлаған:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамышты ҡарарғамы? 25Юҡмы ни? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит ҡиммәтле кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында йәшәй. 26Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 27Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 28Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.
29Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. 30Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартҡан. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡҡан.
31Ғайса тағы былай тигән:
– Шулай итеп, был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була? 32Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған. 33Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. 34Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.
35Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән бөтөн кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.
Ғайса фарисей Симондың өйөндә
36Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырған. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырған. 37Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр#7:37 Алебастр – көршәк яһағанда ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш. һауыт тотоп, шунда барған. 38Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған#7:38 Ул ваҡыттарҙа ҡырын ятып ашағандар.. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған.
39Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.
40Ғайса уға:
– Симон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тигән.
– Әйт, Остаз, – тигән фарисей.
41– Ике кешенең бурысҡа биргән берәүгә бурыстары бар икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар#7:41 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән., ә икенсеһенеке илле динар. 42Түләй алмағастары, ул икеһен дә бәхилләй. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр?
43– Бурысы күберәк бәхилләнгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап биргән Симон.
Ғайса уға:
– Һин дөрөҫ уйлайһың, – тигән.
44Унан ҡатынға табан борола биреп һүҙен дауам иткән:
– Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды. 45Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. 46Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы#7:46 Кешеләр ялан аяҡ йәки асыҡ кейем кейеп йөрөгәнгә күрә, йәһүдтәр хөрмәтле ҡунаҡтарына аяҡ йыуырға һыу тәҡдим иткән. Шулай уҡ хужа кеше ҡунаҡтың башына хуш еҫле май һөрткән.. 47Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары кисерелде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.
48Ә ҡатынға иһә:
– Гонаһтарың кисерелде, – тигән.
49Табын артындағылар бер-береһе менән:
– Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар.
50Ғайса ҡатынға тағы ла:
– Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тигән.

Zur Zeit ausgewählt:

Лука 7: BskNT14

Markierung

Teilen

Kopieren

None

Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.