YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 16

16
Тимоҫеустың Паулусты оҙатып барыуы
1Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. 2Лустралағы һәм Икониондағы имандаштар Тимоҫеусты яҡшы яҡтан ғына телгә алды. 3Паулус уны үҙе менән бергә алып китмәксе булды, шуға күрә унда йәшәгән йәһүдтәр хаҡына уны сөннәткә ултыртты, сөнки бөтәһе лә Тимоҫеустың атаһы грек икәнен белә ине. 4Ҡаланан ҡалаға сәйәхәт иткәндә, улар имандаштарға Йәрүсәлимдә илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе һәм уларҙы үтәргә өндәне.
5Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.
Паулустың Македония өлкәһенә саҡырылыуы
6Паулус һәм уның юлдаштары Фругия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларға Алла һүҙен Асия өлкәһендә һөйләргә рөхсәт итмәне. 7Мусия төбәгенә еткәс, улар Биҫунияға барырға уйлағайны, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне. 8Шулай итеп, улар Мусия аша үтеп, Троас ҡалаһына килде.
9Төндә Паулусҡа илаһи күренмеш иңде. Македониянан бер кеше: «Македонияға килеп, беҙгә ярҙам ит», – тип Паулустың ҡаршыһында ялбарып баҫып тора. 10Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.
Лидиәнең иманға килеүе
11Троастан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самоҫракә утрауына, ә икенсе көндө Неаполис ҡалаһына еттек. 12Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы#16:12 Рим колонияһы – Филиппой ҡалаһының Рим императорынан алынған үҙидара хоҡуҡтары булған, ул Рим ҡанундары буйынса йәшәгән. Күп римлылар шундай колонияларға күсеп бара торған булған. булған Филиппойға юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ. 13Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ. 14Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты. 15Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә:
– Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.
Филиппойҙа тотҡонлоҡта
16Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән. 17Ҡыҙ Паулус менән беҙҙең артыбыҙҙан:
– Был кешеләр – Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.
18Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп:
– Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине.
Ен шунда уҡ сығып китте. 19Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр. 20-21Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтереп:
– Был әҙәмдәр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тәртипһеҙлек тыуҙыра, – тинеләр.
22Халыҡ та Паулус менән Силасҡа ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары уларҙың кейемдәрен йолҡҡослап систерҙе лә таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. 23Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа бойорҙолар. 24Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты ла аяҡтарына ағас ҡалып кейҙерҙе.
25Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. 26Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө. 27Төрмә ҡарауылсыһы йоҡонан уянып, ишектәрҙең асыҡ торғанын күргәс, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. 28Әммә Паулус:
– Үҙеңә яуызлыҡ ҡылма, беҙ барыбыҙ ҙа бында! – тип ҡысҡырҙы.
29Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Паулус менән Силастың алдына йығылды. 30Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты.
– Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
31– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға.
32Паулус менән Силас уға һәм уның өйөндәгеләргә Раббы һүҙен вәғәзләне. 33Шул уҡ төнгө бер сәғәттә төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы, үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне. 34Паулус менән Силасты үҙенең өйөнә алып ҡайтып, уларға табын әҙерләне, Аллаға инанғандары өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуандылар.
35Көн тыуғас, ҡала идарасылары үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр менән ебәрҙеләр. 36Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Паулусҡа еткерҙе:
– Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә ҡушты. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.
37Ләкин Паулус:
– Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөм итмәйенсә туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.
38Хеҙмәткәрҙәр был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Паулус менән Силастың Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып киттеләр. 39Килеп, ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарғас, ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.
40Паулус менән Силас төрмәнән сыҡҡандан һуң, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштар менән осрашып, уларға өгөт-нәсихәт биргәс, юлға сыҡтылар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in