Ғәмәлдәр 17
17
Тессалонике ҡалаһында боларыш
1Илселәр, Амфиполис һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Тессалонике ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине. 2Паулус, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында фекер алышты. 3Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте.
– Мин һеҙгә вәғәзләгән Ғайса – шул Мәсих бит инде, – тине Паулус.
4Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Алланы ололап йәшәгән бик күп гректар, уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Паулус менән Силасҡа ҡушылды. 5Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр. 6Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр.
– Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән. 7Ә Ясон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, Ғайса тигән башҡа бер батша бар тип әйтәләр, – тип ҡысҡырҙылар.
8Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды. 9Ә Ясонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Илселәр Бероя ҡалаһында
10Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. 11Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде. 12Күп кенә йәһүдтәр иманға килде, шулай уҡ мөхтәрәм грек ҡатындары һәм ирҙәре араһында ла иманға килеүселәр аҙ булманы.
13Әммә, Паулустың Бероя ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Тессалоникела йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы. 14Тиҙ арала имандаштары Паулусты диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимоҫеус Берояла ҡалды. 15Паулусты оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Паулус улар аша Силасҡа һәм Тимоҫеусҡа мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.
Паулус Афинала
16Силас менән Тимоҫеусты көтөп Афинала йөрөгәндә, Паулус бында һындарҙың күп булыуына әсенде. 17Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.
18Шулай бер көн эпикурсылар һәм стоиктар#17:18 Эпикурсылар – Эпикур асҡан фәлсәфә мәктәбе ағзалары (б.э.т. 341–270 йй). Стоиктар – Зенон б.э.т. 340–265 йылдарҙа нигеҙ һалған фәлсәфә мәктәбе ағзалары. мәктәбенә ҡараған ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре Паулус менән бәхәскә инде. Паулус Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре:
– Был бушҡыуыҡ нимә әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре:
– Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште. 19Улар Паулусты үҙҙәре менән Ареопаг#17:19 Ареопаг – Афина ҡалаһы урынлашҡан ҡалҡыулыҡтарҙың береһендә – Ареопаг ҡалҡыулығындағы йыйылыштар урынын һәм хөкөм итеү ойошмаһын шулай атағандар. кәңәшмәһенә алып барҙы.
– Вәғәзләгән был яңы тәғлимәтең тураһында һөйлә әле беҙгә. 20Һин бит сәйер нәмәләр хаҡында әйтәһең, беҙ уларҙың ни аңлатҡанын белергә теләр инек, – тинеләр.
21Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәгән сит ил кешеләренең яратҡан шөғөлө ине.
22Паулус Ареопаг кәңәшмәһе алдына баҫты.
– Афина халҡы! Һеҙҙең бик тә диндар булыуығыҙҙы бөтә яҡлап күреп торам, – тине ул. – 23Изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан усағын да күрҙем. Ошо үҙегеҙ ҙә белмәгән, ләкин Уға табынған Алла тураһында һеҙгә вәғәзләйем дә инде.
24Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй, 25#Әйп 12:10; Зәб 49:12; Ишғ 42:5.кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә. 26#Баш 2:7; Ҡнн 32:8.Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне. 27#Ишғ 55:6; Йер 23:23.Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр, бәлки, Уны тойомлап табырҙар, тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә алыҫ түгел. 28Ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тигән кеүек, «беҙ Уның арҡылы йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ». 29Шуға күрә, Алла нәҫеленәнбеҙ икән, Алланы кеше ниәте һәм оҫталығы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш тип уйларға тейеш түгелбеҙ. 30Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора. 31Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.
32Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре:
– Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине.
33Шунан һуң Паулус Ареопагтан сығып китте. 34Ҡайһы бер кешеләр уға ҡушылып иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионусиос, Дамарис исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 17: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023