Ғәмәлдәр 18
18
Паулус Коринҫос ҡалаһында
1Бынан һуң Паулус, Афинанан китеп, Коринҫос ҡалаһына килде. 2Ул унда сығышы менән Понтос өлкәһенән булған Акулас атлы бер йәһүдте осратты. Клаудиус ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, ул ҡатыны Прискилла менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Паулус уларҙың хәлен белергә барҙы. 3Уларҙың һөнәрҙәре бер ине: сатыр яһау, шунлыҡтан Паулус улар менән бергә эшләргә ҡалды. 4Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты.
5Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы. 6Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып:
– Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.
7Ул, ғибәҙәтхананан сығып, йәнәшәлә генә Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән Титиос Юстос исемле кешенең өйөнә барҙы. 8Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.
9Бер ваҡыт төндә Паулусҡа илаһи күренмеш килде. Унда Раббы:
– Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама. 10Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп яуызлыҡ ҡылмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине.
11Паулус, имандағы кешеләрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринҫоста йыл ярым йәшәне.
12Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.
13– Был әҙәм кешеләрҙе Аллаға ҡануныбыҙҙа әйтелмәгәнсә табынырға өйрәтә, – тинеләр.
14Паулус ниҙер әйткәнсе, Галлион йәһүдтәргә:
– Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә уны ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләһәгеҙ, һеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе тыңларға сәбәп булыр ине. 15Әммә дәғүәләрегеҙ айырым һүҙҙәр, исемдәр һәм үҙ ҡанунығыҙға бәйле икән, уларҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип 16уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы.
17Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосҫенесте тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.
Паулустың Антиохияға ҡайтыуы
18 #
Иҫп 6:18. Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы.
19Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы. 20Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Паулус риза булманы. 21Улар менән һаубуллашып:
– Алла ихтыярында булһа, тағы килермен, – тине.
Бынан һуң ул һыу юлы менән Эфестан китте#18:21 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Акулас һәм Прискилла Эфеста ҡалды», – тип өҫтәлгән.. 22Ҡайсареяға барып еткәс, караптан төшөп, Йәрүсәлимгә килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте. 23Унда бер аҙ ваҡыт булғандан һуң, Паулус юлға сыҡты, Галатия һәм Фругия ерҙәре аша уҙып, барса шәкерттәрҙе иманда нығытты.
Аполлостың хеҙмәте
24Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде. 25Ул Раббы юлына өйрәтелгәйне һәм, Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Ғайса тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте. 26Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар. 27Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте. 28Ул, Ғайсаның Мәсих икәнлеген Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 18: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023