Ғәмәлдәр 12
12
Петрустың ҡулға алыныуы һәм азат ителеүе
1Шул ваҡыттарҙа Һируд батша#12:1 Һируд батша – Йәһүҙиә һәм Самарияның батшаһы Һируд Агриппас Беренсе, Бөйөк Һирудтың ейәне. имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. 2Яхъяның ағаһы Яҡупты ҡылыс менән сабып үлтертте. 3Быға йәһүдтәрҙең ҡәнәғәт ҡалғанын күреп, Петрусты ла ҡулға алды. Был ваҡиға Сөсө икмәк байрамы көндәрендә булды. 4Һируд Петрусты төрмәгә яптырҙы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмдө ҡарауыл һағына ҡуйҙы. Ҡотҡарылыу байрамынан һуң уны халыҡ алдына сығарып хөкөм итергә ниәтләне. 5Петрус төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға ғәйәт тырышып доға ҡылдылар.
6Һируд Петрусты халыҡ алдына сығарырға теләгән көнгә ҡаршы төндә Петрус ике сылбыр менән бығауланған хәлдә ике һаҡсы уртаһында йоҡлап ята, ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта тора ине. 7Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрусты төртөп уятты:
– Тора һал!
Шунда Петрустың ҡулындағы сылбыры ысҡынып төштө.
8– Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә.
Петрус әйткәнде эшләне.
– Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә.
9Петрус, фәрештәнең был эштәре өндә икәнен аңламайынса, уның артынан төрмәнән сыҡты. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйлай ине ул. 10Улар, беренсе һәм икенсе һаҡсыны үткәндән һуң, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килеп еттеләр. Ҡапҡа улар алдында үҙенән-үҙе асылды. Улар урамға сыҡты. Урам буйлап аҙыраҡ барғас, фәрештә күҙ алдынан юҡҡа сыҡты.
11Шул ваҡыт Петрус иҫенә килеп: «Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Һируд ҡулынан һәм йәһүд халҡы миңә бирергә теләгән язанан ҡотҡарҙы», – тип уйланы.
12Барыһын да аңлағас, ул Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәмдең өйөнә килде. Унда йыйылған күп халыҡ доға ҡыла ине. 13Петрустың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14Петрусты тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп, йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрустың ҡапҡа төбөндә тороуын хәбәр итте.
15– Аҡылдан шаштыңмы әллә! – тинеләр уға.
Ҡыҙ һаман үҙ һүҙендә ныҡ торғас:
– Уның фәрештәһелер#12:15Ул уның фәрештәһелер – йәһүдтәр кешеләрҙең һаҡлаусы-фәрештәләре барлығына ышанған., – тип яуапланылар.
16Петрус шаҡыуын дауам итте. Ҡапҡаны асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. 17Петрус, тауышланмаҫҡа ҡушып, ҡулы менән ишараланы ла Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе.
– Был хаҡта Яҡупҡа ла, башҡа имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине лә улар янынан башҡа ергә китте.
18Таң атҡас, ҡот осҡос шау-шыу күтәрелде. Һаҡсылар бер-береһенән: «Петрус ҡайҙа булған икән?» – тинеләр. 19Һируд Петрусты эҙләргә бойорҙо, әммә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе.
Һируд батшаның үлеме
Бынан аҙаҡ Һируд Йәһүҙиәнән Ҡайсареяға китте һәм шунда ҡалды. 20Һируд Тир һәм Сидон ҡалалары халҡына бик асыулы ине. Ә был ҡалалар, аҙыҡ-түлек менән Һирудтың биләмәләренән тәьмин ителгәнгә күрә, бергәләшеп батшаға вәкилдәр ебәрҙеләр. Улар, батша һарайына идара иткән Бластосты үҙ яҡтарына ауҙарып алғандан һуң, тыныслыҡ һоранылар. 21Билдәләнгән көндө Һируд, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында телмәр тотто. 22Ә халыҡ уның һүҙен хуплап:
– Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы.
23Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.
24Алла һүҙе иһә таралғандан-таралды, уны ҡабул итеүселәрҙең һаны арта барҙы. 25Ә Барнабас менән Шаул, үҙҙәренә тапшырылған эште башҡарғандан һуң, Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Йәрүсәлимдән Антиохияға ҡайттылар.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023