Марк 16
16
Ғайсаның үленән терелеүе
1Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. 2Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән улар ҡәбер янына килде. 3Юлда бер-береһенә:
– Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр.
4Килеп еткәс ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылғайны. Ә ул таш бик ҙур ине. 5Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.
6– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын. 7Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.
8Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, бер кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны#16:8 Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа 9–20-се аяттар юҡ..
Ғайсаның магдалалы Мәрйәмгә күренеүе
9Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, үленән терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны. 10Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илай инеләр, 11Ғайсаның иҫән булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.
12Бынан һуң шәкерттәрҙең икеһенә, ауылға китеп барғандарында, Ғайса башҡа ҡиәфәттә күренде. 13Улар, ҡайтҡас, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар.
14Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.
Ғайсаның шәкерттәренә йомошо
15Ғайса уларға:
– Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ. 16Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк. 17Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, 18ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.
19Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы. 20Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.
Currently Selected:
Марк 16: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014