1
Марк 16:15
Инжил
Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.
Compare
Explore Марк 16:15
2
Марк 16:17-18
Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.
Explore Марк 16:17-18
3
Марк 16:16
Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк.
Explore Марк 16:16
4
Марк 16:20
Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.
Explore Марк 16:20
5
Марк 16:6
– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.
Explore Марк 16:6
6
Марк 16:4-5
Килеп еткәс ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылғайны. Ә ул таш бик ҙур ине. Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.
Explore Марк 16:4-5
Home
Bible
Plans
Videos