Марк 15
15
Ғайса Пилат алдында
1Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.
2– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат.
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.
3Баш руханиҙар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне. 4Пилат Унан тағы:
– Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине!
5Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни өндәшмәне. Быға Пилат бик ныҡ ғәжәпләнде.
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
6Пилат, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итә торғайны. 7Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Улар араһында Варавва тигән тотҡон да бар ине. 8Халыҡ төркөмө, Пилат янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы.
9– Һеҙгә йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилат уларҙан, 10сөнки ул баш руханиҙарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биреүҙәрен белә ине. 11Әммә баш руханиҙар, Ғайсаны түгел, Варавваны азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.
12– Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилат йәнә.
13– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.
14– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны уларҙан Пилат.
Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты:
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат!
15Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.
Ғайсаны мыҫҡыллау
16Ғәскәриҙәр, Уны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. 17Улар Ғайсаға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙереп, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар ҙа:
18– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип тәбрикләргә керештеләр.
19Уның башын таяҡ менән туҡманылар, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. 20Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
21Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Киринея кешеһе Симонды – Искәндәр менән Руфтың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр итте. 22Ғайсаны Голгофа, йәғни тәржемәлә «Баш һөйәге урыны» тип аталған урынға алып килделәр. 23Уға мирра#15:23 Мирра – ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡулланылған, шифалы көскә эйә булған ыҫмала. ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне. 24Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр.
25Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. 26Ғайсаның ғәйебен күрһәтеүсе яҙыуҙа: «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 27-28Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – ҡаҙаҡланылар#15:27 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 28-се аят та бар: «Шулай Изге Яҙмала әйтелгәндәр ғәмәлгә ашты: „Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды“»..
29Үтеп-һүтеп йөрөүселәр иһә, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп:
– Эй Һин, Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! 30Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, төш арҡысаҡтан! – тинеләр.
31Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡыллап, бер-береһенә:
– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай. 32Мәсих, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр.
Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.
Ғайсаның үлеме
33Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 34Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән:
– Элои, Элои, лама савахфани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.
35Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп:
– Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште. 36Ә береһе, йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе.
– Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине.
37Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, йән бирҙе. 38Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. 39Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙбашы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс:
– Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.
40Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине. 41Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Бында Уның менән бергә Иерусалимға килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
42Кис етеп килә ине. Ул көн байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе алды булды. 43Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, Аримафейҙан Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. 44Пилат Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙбашын саҡырып:
– Күптән үлдеме? – тип һораны. 45Йөҙбашы быны раҫлағас, Пилат Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте. 46Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяны өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы. 47Ә магдалалы Мәрйәм менән Иосияның әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.
Currently Selected:
Марк 15: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014