YouVersion Logo
Search Icon

Лука 1

1
1Арабыҙҙа булып үткән ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы. 2Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк шаһит һәм һүҙ хеҙмәтселәре булған кешеләрҙең һөйләгәндәренән сығып яҙҙы. 3Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Феофил, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым. 4Был һиңә үҙеңә өйрәтелгәндәрҙең ышаныслы булыуын күрһәтеп бирер.
Сумдырыусы Яхъяның тыуасағы тураһындағы хәбәр
5Йәһүҙиәлә, Ирод батша заманында, руханиҙарҙың Авия төркөмөнән Зәкәриә исемле бер рухани йәшәгән. Уның Елизавета исемле ҡатыны ла, шулай уҡ, Һарун руханиҙың нәҫеленән булған. 6Улар икеһе лә Раббының әмерҙәрен дә, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналған. 7Елизаветаның түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булмаған һәм улар икеһе лә оло йәшкә еткән.
8Бер ваҡыт, Зәкәриә үҙ төркөмөнөң сираты буйынса Алла Йортонда рухани хеҙмәтен башҡарғанда, 9руханиҙар араһындағы ғәҙәткә таянып йәрәбә һалынған һәм Раббы Йортона инеп хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәриәгә төшкән. 10Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта халыҡ Алла Йортоноң тыш яғында доға ҡылған. 11Шул ваҡыт Зәкәриә алдында, хуш еҫле сайыр яндырыла торған урындың уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булған. 12Уны күргәс, Зәкәриә ҡаушап ҡалған һәм уны ҡурҡыу солғап алған. 13Фәрештә уға былай тигән:
– Ҡурҡма, Зәкәриә! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Елизавета һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. 14Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр. 15Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр. 16Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр. 17Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр.
18Зәкәриә фәрештәнән:
– Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораған. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә.
19Фәрештә уға:
– Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем. 20Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуаплаған.
21Халыҡ Зәкәриәне көтөп торған һәм уның Алла Йортонда оҙаҡлауына аптыраған. 22Ул иһә, Алла Йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алмаған. Халыҡ уның Алла Йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңлаған. Зәкәриә, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашҡан.
23Хеҙмәт итеү көндәре тамамланғас, үҙ өйөнә ҡайтҡан. 24Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны Елизавета ауырға ҡалған, биш ай буйы өйөнән сыҡмаған.
25– Раббы быны минең өсөн, минең турала хәстәрлек күреп эшләне. Бының менән Ул кешеләр алдындағы хурлығымды бөтөрҙө, – тигән ул.
Ғайса Мәсихтең тыуасағы тураһындағы хәбәр
26Елизаветаның ауырға ҡалыуына алтынсы ай киткәс, Алла Ябраил фәрештәне Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһына, 27Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәргән. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгән булған. 28Фәрештә Мәрйәм янына килеп:
– Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәшкән.
29Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалған һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышҡан. 30Фәрештә һүҙен дауам иткән:
– Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте. 31Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса#1:31 Ғайса – йәһүдсә «Йеһошуа»; был исемдең мәғәнәһе: «Раббы ҡотҡара» тип исем ҡуш. 32Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. 33Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
34– Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тигән Мәрйәм.
35– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. – 36Бына Елизавета туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте, 37сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
38– Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тигән Мәрйәм.
Шунан һуң фәрештә уның янынан киткән.
Мәрйәмдең Елизавета менән осрашыуы
39Күп тә үтмәгән, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға киткән. 40Унда Зәкәриә йәшәгән. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Елизавета менән иҫәнләшкән. 41Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Елизаветаның ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйған. Елизавета Изге Рух менән һуғарылған.
42– Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәшкән Елизавета көслө тауыш менән. – 43Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хужамдың әсәһе үҙе яныма килгән! 44Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы. 45Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!
Мәрйәмдең мәҙхиә һүҙҙәре
46Мәрйәм былай тип әйткән:
– Күңелем минең Раббыны данлай,
47Рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана,
48Ул Үҙенең күндәм хеҙмәтсеһенә иғтибар итте.
Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар,
49сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөклөк ҡылды –
Уның исеме изге.
50Ул Үҙен ихтирам итеүселәргә
быуындан-быуынға шәфҡәт күрһәтеп килә.
51Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы,
тәкәббер уй йөрөткән кешеләрҙе тарҡатты.
52Ул түрәләрҙе тәхеттәренән төшөрҙө,
түбән заттарҙы күтәрҙе.
53Астарҙы яҡшы нәмәләр менән туйындырҙы,
байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.
54-55Ата-бабаларыбыҙға – Ибраһимға һәм уның нәҫеленә
мәңгелеккә биргән вәғәҙәһе буйынса,
Ул Үҙенең хеҙмәтсеһе Израилгә ярҙам иткән
һәм мәрхәмәт күрһәткән.
56Мәрйәм өс айға яҡын Елизавета янында булғандан һуң, өйөнә ҡайтҡан.
Сумдырыусы Яхъяның тыуыуы
57Елизаветаның бала табыр ваҡыты еткән һәм ул ир бала тыуҙырған. 58Күршеләре менән туғандары, Раббының Елизаветаға оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанған. 59Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килгән һәм атаһының исеме менән Зәкәриә тип атарға уйлаған. 60Әммә баланың әсәһе ҡаршы төшкән:
– Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш.
61– Һинең туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, – тигән улар Елизаветаға. 62Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һорағандар. 63Зәкәриә яҙыу таҡтаһы һорап алған да: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙған. Быға барыһы ла аптырашта ҡалған. 64Шул мәлдә үк Зәкәриәнең теле асылған һәм ул, Алланы данлап, һөйләшә башлаған. 65Зәкәриә менән Елизаветаның бар күрше-күләне ҡурҡыуға төшкән, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралған. 66Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килгән.
Сөнки Раббы ҡөҙрәтенең бала менән булыуы күренеп торған.
Зәкәриәнең пәйғәмбәрлеге
67Яхъяның атаһы Зәкәриә, Изге Рух менән һуғарылып, пәйғәмбәрлек итеп былай тигән:
68– Раббыны, Израилдең Аллаһын данлайыҡ!
Ул халҡына ярҙамға килде һәм уны азат итте,
69Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған
ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.
70Был турала Ул бик күп йылдар элек
Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
71Хәҙер беҙ дошмандарыбыҙҙан һәм беҙгә ҡарата
нәфрәт йөрөтөүселәрҙән ҡотҡарыласаҡбыҙ.
72Шулай Алла атай-олатайҙарыбыҙға шәфҡәт күрһәтә,
Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –
73атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:
74Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотолдорғас,
бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса,
75ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында
изге һәм тәҡүә булып хеҙмәт итә аласағыбыҙҙы вәғәҙәләне.
76Ә һин, Сабый, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип аталырһың,
сөнки Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың,
77һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша
ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.
78Алланың шәфҡәте мул,
шуның өсөн беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.
79Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға
яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
80Бала иһә үҫкән һәм рухи яҡтан нығынған. Израиль халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүллектә йәшәгән.

Currently Selected:

Лука 1: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in