Лука 2
2
Ғайсаның тыуыуы
1Ул көндәрҙә Август ҡайсар#2:1 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. Август б. э. тиклем 27 – б. э. 14-се йылдарынаса идара иткән. тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән. 2Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән. 3Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.
4Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған. 5Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған. 6Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән. 7Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған.
Көтөүселәр һәм фәрештәләр
8Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән. 9Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан.
10– Ҡурҡмағыҙ! – тигән уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: 11Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы. 12Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.
13Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр – күк ғәскәре – пәйҙә булған, улар Алланы данлаған:
14– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан!
Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә
ерҙә именлек булһын!
15Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә:
– Әйҙәгеҙ, Вифлеемға барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тигәндәр.
16Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан. 17Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр. 18Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған. 19Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән.
20Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған.
Ғайсаны Раббы алдына килтереү
21Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған.
22Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Иерусалимға алып барған, 23сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылған. 24Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, ике урман күгәрсенен йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш булғандар.
Симеон менән Аннаның фатихаһы һәм вәғәзе
25Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған. 26Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән. 27Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында бойоролғанды үтәү өсөн Баланы Алла Йортона алып килгәс, Ул 28Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән:
29– Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
30Мин Һинең ҡотолоуыңды
үҙ күҙҙәрем менән күрҙем,
31уны Һин бөтә халыҡтар алдында әҙерләнең.
32Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны.
33Ғайсаның атаһы менән әсәһе Симеондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренә ғәжәпкә ҡалған. 34Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә:
– Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар, 35шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, – тигән.
36Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп 37тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән. 38Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән.
39Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән. 40Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән.
Ун ике йәшлек Ғайса Алла Йортонда
41Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән. 42Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән. 43Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡҡан, ә үҫмер Ғайса Иерусалимда тороп ҡалған. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәгән, 44башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлаған. Бер көнлөк юл үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башлағандар. 45Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп Иерусалимға кире килгәндәр. 46Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған. 47Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған. 48Атаһы менән әсәһе Уны күреп аптыраған.
– Улым! – тигән әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.
49– Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап биргән Ғайса.
50Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаған.
51Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған. 52Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған.
Currently Selected:
Лука 2: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014