Ғәмәлдәр 16
16
Тимофейҙың Павелды оҙатып барыуы
1Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. 2Листралағы һәм Икониялағы иман тотоусылар Тимофей тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне. 3Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине. 4Ҡалалар аша үткәндә улар иман тотоусыларға Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы тапшырҙы һәм уларҙы үтәргә өндәне.
5Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы.
Павелдың Македония өлкәһенә саҡырылыуы
6Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне. 7Мисия төбәгенә килгәс, улар Вифинияға барырға булды, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне. 8Улар Мисия аша үтеп, Троада ҡалаһына килде.
9Төндә Павелға шундай бер илаһи күренмеш килде: бер македон, Павелдың Македонияға барыуын һәм ярҙам итеүен ялбарып, уның ҡаршыһында баҫып тора. 10Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.
Лидиәнең иманға килеүе
11Троаданан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самофракия утрауына, ә икенсе көндө Неаполь ҡалаһына еттек. 12Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы#16:12 Рим колонияһы – Филипп ҡалаһының Рим императорынан алынған үҙидара хоҡуҡтары булған, ул Рим ҡанундары буйынса йәшәгән. Күп римлылар шундай колонияға күсеп бара торған булған. булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ. 13Шәмбе көндө, ҡаланан сығып йылға буйына барҙыҡ, сөнки доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында йыйылған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп ултырҙыҡ. 14Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты. 15Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә:
– Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине.
Ул беҙҙе күндерҙе.
Филипта тотҡонлоҡта
16Бер көндө доға ҡылыу урынына барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән. 17Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан:
– Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.
18Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә:
– Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине.
Ен шунда уҡ сыҡты. 19Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр. 20-21Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм:
– Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр.
22Халыҡ та Павел менән Силаға ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерҙе һәм таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. 23Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар. 24Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты һәм аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы.
25Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. 26Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шунда уҡ бөтә ишектәр асылды, барыһының да аяҡтарындағы бығауҙары ишелеп төштө. 27Зиндан ҡарауылсыһы йоҡонан уянды, ишектәрҙең асыҡ булғанын күреп, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. 28Әммә Павел:
– Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә, беҙ барыбыҙ ҙа бында, – тип ҡысҡырҙы.
29Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды. 30Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты.
– Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
31– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.
32Павел менән Сила уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына Раббы һүҙен вәғәзләне. 33Шул уҡ сәғәттә, төндә, төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы. Шунда уҡ ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне. 34Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.
35Көн тыуғас, ҡала идарасылары ярҙамсылары аша, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр ебәрҙеләр. 36Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға:
– Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.
37Ләкин Павел:
– Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөмһөҙ туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.
38Ярҙамсылар был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Павел менән Силаның Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып ҡалдылар. 39Яндарына килеп ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарҙылар һәм ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.
40Улар иһә, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштарын осратып, уларға өгөт-нәсихәт бирҙеләр һәм юлға сыҡтылар.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 16: BskNT14
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014