Ғәмәлдәр 15
15
Иерусалимда илселәр йыйылышы
1Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы:
– Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.
2Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.
3Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. 4Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. 5Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп:
– Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.
6Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды. 7Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп:
– Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ. 8Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. 9Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы. 10Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? 11Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоуыбыҙға ышанабыҙ.
12Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы. 13Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды:
– Имандаштар, мине тыңлағыҙ! 14Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Симон һөйләне. 15Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә:
16-17«Шунан һуң, – тигән Раббы, –
Минеке булырға саҡырған
барлыҡ халыҡтар һәм ҡалған кешеләр
Миңә табан боролһон тип,
элеккене ҡайтарырмын.
Дауыттың емерелгән йортон
яңынан тергеҙермен,
емереклектән торғоҙоп,
уны яңыртырмын».
Шулай тип әйтә Раббы!
18Ул борондан билдәле булған
ошо эштәрҙе ҡыла.
19Шуға күрә башҡа халыҡтар араһынан Аллаға табан боролоусыларға ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа, 20ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә. 21Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, – тине Яҡуб.
Йәһүд булмағандарға яуап
22Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар, 23улар аша ошондай хат ебәрҙеләр:
«Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән – Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.
24Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек. 25-26Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр. 27Улар, Йәһүҙә менән Сила, һеҙгә был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер.
28Изге Рух ихтыяры менән беҙ шундай ҡарарға килдек: хәҙер яҙыласаҡ талаптарҙан башҡа һеҙҙең өҫкә һис ниндәй йөк һалынмаясаҡ. 29Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр.
Иҫән-һау булығыҙ!»
30Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. 31Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды. 32Йәһүҙә менән Сила, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, бик күп һүҙҙәр менән өгөтләп, имандаштарҙың рухын нығытты. 33-34Йәһүҙә менән Сила Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Иерусалимға, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты#15:33 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 34-се аят та бар: «Әммә Сила Антиохияла ҡалырға булды».. 35Павел менән Варнава иһә Антиохияла ҡалды. Улар күп кешеләрҙе бергә йыйып, Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәз уҡыны.
Павел менән Варнаваның юлдары айырылыуы
36Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Павел Варнаваға, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте. 37Варнава Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. 38Әммә Павел тапшырылған эшен теүәлләмәйенсә уларҙан айырылып Памфилияла тороп ҡалған Яхъяны алырға ризалашманы. 39Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Варнава Маркты алып һыу юлы менән Кипрға китте. 40Ә Павел үҙенә Силаны һайланы һәм, имандаштар Павелды Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты, 41берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 15: BskNT14
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014