Рух Филиппусҡа:
– Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.
Филиппус арба янына йүгереп килде, унда хәбәшиҙең Ишағыяһ пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишетте.
– Нимә тураһында уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны.
– Берәйһе төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, хәбәши Филиппусты үҙенең эргәһенә арбаға ултырырға саҡырҙы.