Лукас 21
21
Тол ҡатындың биргән хәйере
(Мрк 12:41-44)
1Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо. 2Шунда ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса#21:2 Ике ваҡ аҡса – төп нөсхәһендә «ике лептон». Лептон – иң бәләкәй аҡса берәмеге. һалғанын абайлап:
3– Һеҙгә ысынын әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.
Алла йортоноң емереләсәге тураһында
(Маҫ 24:1-22; Мрк 13:1-20)
5Ҡайһы берәүҙәр Алла йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса:
6– Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тине.
Ахырызаман билдәләре
7Ғайсанан:
– Остаз, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
8Ғайса былай тине:
– Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ. 9Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Башта ул ваҡиғалар булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ.
10Ғайса һүҙен дауам итте:
– Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, 11көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.
12Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. 13Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. 14Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ?» – тип алдан уйламағыҙ. 15Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.
16 #
Мих 7:5-6. Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр. 17Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. 18Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ. 19Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Йәрүсәлимдең емереләсәге тураһында
20Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша. 21Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. 22Был мәлдәр үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. 23Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. 24Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.
Әҙәм Улының киләсәге тураһында
(Маҫ 24:23-35; Мрк 13:21-31)
25 #
Ишғ 13:10; Йои 2:10; 2:31. Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер. 26Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. 27#Днл 7:13.Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр. 28Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡын.
29Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне:
– Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: 30уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 31Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ. 32Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. 33#Зәб 118:89; Ишғ 40:8.Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
«Уяу булығыҙ»
(Маҫ 24:36-51; Мрк 13:32-37)
34-35Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер. 36Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
37Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе. 38Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла йортона йыйылыр булды.
Okuqokiwe okwamanje:
Лукас 21: БашИЯ2023
Qhakambisa
Dlulisela
Kopisha
Ufuna ukuthi okuvelele kwakho kugcinwe kuwo wonke amadivayisi akho? Bhalisa noma ngena ngemvume
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023