Лука 23
23
Ғайса Пилат алдында
1Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән.
2– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.
3Пилат Ғайсанан:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораған.
Ғайса иһә:
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуаплаған.
4Пилат баш руханиҙарға һәм халыҡҡа:
– Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тигән.
5Әммә кешеләр:
– Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.
Ғайса Ирод алдында
6Пилат, Галилея тураһында ишеткәс:
– Ул Галилеянанмы ни? – тип һораған.
7Ғайсаның Ирод батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилат Уны Ирод янына ебәргән. Был көндәрҙә Ирод үҙе лә Иерусалимда булған. 8Ирод Ғайсаны күреп ныҡ ҡыуанған, сөнки Уның тураһында ишетеп, күптәнән бирле Уны күргеһе килеп йөрөгән һәм Унан ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрергә өмөтләнгән. 9Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған. 10Шунда торған баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны ныҡ ғәйепләгән. 11Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән. 12Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилат менән Ирод шул көндө үк дуҫлашҡан.
Ғайсаның үлемгә хөкөм ителеүе
13Пилат иһә, баш руханиҙарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, 14былай тигән:
– Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһендә лә Уны ғәйепле тип тапманым. 15Ирод та ғәйеп тапманы, сөнки ул Уны беҙгә кире ҡайтарған. Бына шулай, Ул үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. 16-17Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм#23:16 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 17-се аят та бар: «Пилат, байрам уңайы менән, бер тотҡондо иреккә сығарырға тейеш булған»..
18Халыҡ бер тауыштан:
– Быныһына – үлем! Беҙгә Варавваны азат ит! – тип ҡысҡырған.
19Варавва иһә ҡалалағы ихтилалда ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған булған. 20Пилат, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт иткән. 21Ләкин йәһүдтәр:
– Уны арҡысаҡҡа#23:21 Ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡыра биргән. 22Пилат иһә өсөнсө тапҡыр:
– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тигән.
23Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап иткән һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алған. 24Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән. 25Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
26Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Симон исемле бер Киринея кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалғандар ҙа, Ғайса артынан барырға ҡушҡандар. 27Күп халыҡ Уның артынан эйәреп барған, араларында Уны йәлләп үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булған. 28Ғайса иһә әйләнеп, уларға былай тигән:
– Иерусалим ҡатын-ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. 29«Бала таба алмаған һәм бала тапмаған, шулай уҡ бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. 30Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. 31Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
32Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып барғандар. 33«Баш һөйәге» тип аталған урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар. 34[Ғайса:
– Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.]#23:34 Ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа йәйә эсендәге һүҙҙәр юҡ.
Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән. 35Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп:
– Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.
36Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡыллаған. Ғайсаға яҡын килеп, улар әсе шарап тәҡдим иткән 37һәм:
– Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тигәндәр.
38Уның баш осона: «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйғандар.
39Арҡысаҡта эленеп торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп:
– Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тигән.
40Икенсеһе иһә, киреһенсә:
– Һин үҙең дә Уның кеүек үк хөкөм ителгәнһең, хәҙер ҙә Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? – тип тегене тыйған. – 41Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән 42һәм Ғайсаға:
– Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.
43Ғайса уға:
– Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
Ғайсаның үлеме
44Көн үҙәге була инде. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алған һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам иткән. 45Ҡояш тотолған һәм Алла Йортондағы шаршау уртаға йыртылған. 46Ғайса көслө тауыш менән:
– Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
47Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап:
– Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
48Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәренә һуға-һуға ҡалаға ҡайтып киткән. 49Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа, йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торған.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
50Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер изгелекле һәм тәҡүә кеше булған. 51Башҡа ағзаларҙың ҡарарын һәм эшен хупламаған. Ул Йәһүҙиә ерендәге Аримафей ҡалаһынан булған һәм Алла Батшалығы килеүен көткән. 52Йософ, Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен һораған. 53Унан, кәүҙәне арҡысаҡтан төшөргән дә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем һалынмаған ҡәбергә алып барып һалған. 54Байрамға әҙерләнә торған йома көн булған был, шәмбе көн яҡынлашҡан.
55Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар Йософ артынан барған һәм Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торғандар. 56Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләгәндәр ҙә, Муса ҡанунында ҡушылғанса, шәмбе көнө ял иткәндәр.
தற்சமயம் தேர்ந்தெடுக்கப்பட்டது:
Лука 23: BskNT14
சிறப்புக்கூறு
பகிர்
நகல்
உங்கள் எல்லா சாதனங்களிலும் உங்கள் சிறப்பம்சங்கள் சேமிக்கப்பட வேண்டுமா? பதிவு செய்யவும் அல்லது உள்நுழையவும்
© Институт перевода Библии, 2014