Лука 19

19
Ғайса һәм Закхей
1Ғайса Иерихонға инеп, уның аша үтеп барған. 2Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән. 3Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышҡан. Ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алмаған. 4Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған. 5Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып:
– Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән.
6Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән. 7Быны күреп торған бөтәһе лә:
– Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.
8Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға:
– Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.
9– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. 10Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.
Хеҙмәтселәргә бирелгән аҡсалар хаҡында ҡисса
11Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған. 12Ғайса былай тигән:
– Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған. 13Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә#19:13 Көмөш тәңкә – грекса «мна». Бер мна 100 динарға, тимәк, 100 эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡына тигеҙ. биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән. 14Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.
15Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса бирелгән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғандарын белеү өсөн, үҙ янына саҡырырға ҡушҡан. 16Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идаралыҡ ит», – тигән. 20Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом, 21һин ҡаты бәғерле кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22Хужа уға былай тигән: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең ҡаты бәғерле булыуымды, һалмағанды алыуымды, сәсмәгәнде урыуымды белә инең бит! 23Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең һуң? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем».
24Ул янында торғандарға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанға бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26Хужа иһә уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.
Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе
28Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Иерусалимға табан юл тотҡан. 29Ул, Зәйтүн тауы тип аталған тау янындағы Виффагия менән Вифанияға яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәргән:
30– Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31Әгәр берәйһе һеҙҙән: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ.
32Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапҡан. 33Улар йәш ишәкте бәйҙән ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары:
– Ниңә ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораған.
34Шәкерттәр:
– Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән.
35Ишәкте Ғайса янына алып килгәндәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырғандар. 36Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәгән.
37Ғайса Зәйтүн тауынан Иерусалимға табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө ҡыуанышып, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн көслө тауыштар менән Алланы данлай башлағандар:
38– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын!
Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
39Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға:
– Остаз, шәкерттәреңде тый! – тип өндәшкән.
40Ғайса иһә:
– Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуаплаған.
Ғайсаның Иерусалим өсөн илауы
41Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған:
42– Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. 43Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. 44Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.
Алла Йортоноң таҙарыныуы
45Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы#19:45 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һатып алыусыларҙы» тигән һүҙҙәр ҙә бар. ҡыуып сығара башлаған.
46– Изге Яҙмала: «Минең Йортом – доға ҡылыу йорто буласаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тигән уларға.
47Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән, 48әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.

தற்சமயம் தேர்ந்தெடுக்கப்பட்டது:

Лука 19: BskNT14

சிறப்புக்கூறு

பகிர்

நகல்

None

உங்கள் எல்லா சாதனங்களிலும் உங்கள் சிறப்பம்சங்கள் சேமிக்கப்பட வேண்டுமா? பதிவு செய்யவும் அல்லது உள்நுழையவும்