Лука 18

18
Тол ҡатын һәм хөкөмдар
1Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:
2– Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән. 3Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Миңә ҡаршы булған кеше менән дәғүәләшеүҙә миңә тейешле баһа бир», – тигән. 4Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ былай тип уйлаған: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да, 5ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен».
6Раббы Ғайса былай тип тамамлаған:
– Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме? 7Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни? 8Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?
Фарисей менән һалым йыйыусы
9Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:
10– Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы. 11Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм. 12Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың#18:12 Был һүҙҙе грек теленән «һатып алғандарымдың» тигән мәғәнәлә лә аңларға мөмкин. ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм». 13Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән. 14Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
15Ғайса янына, ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, кешеләр бәләкәй балаларын да алып килгән. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләп, үткәрмәгән. 16Ғайса балаларҙы Үҙ янына саҡырып алған да былай тигән:
– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 17Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.
Ғайса һәм бай
18Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан:
– Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.
19– Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тигән Ғайса. – Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел. 20Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».
21Ә башлыҡ Уға:
– Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тигән.
22Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән:
– Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.
23Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төшкән: бик бай булған ул.
24Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән:
– Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! 25Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
26Быны ишетеүселәр:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораған.
27– Кеше эшләй алмағанды Алла булдыра ала, – тигән Ғайса.
28Петр иһә Ғайсаға:
– Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән.
29Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем 30хәҙерге ваҡытта ла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.
Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
31Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға:
– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ. 32Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк, 33Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.
34Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайса әйткәндәргә төшөнмәгәндәр.
Һуҡыр хәйерсене һауыҡтырыу
35Ғайса Иерихонға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултырған. 36Ул, эргәһенән күп кешеләр үтеп барғанын ишетеп:
– Нимә булды? – тип һораған.
37– Назаралы Ғайса үтеп бара, – тигәндәр уға.
38Шунда ул:
– Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән.
39Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп:
– Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.
40Ғайса туҡтап, уны Үҙ янына килтерергә ҡушҡан. Һуҡыр килгәс:
41– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораған.
Һуҡыр:
– Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тигән.
42Ғайса уға:
– Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тип әйткән.
43Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.

தற்சமயம் தேர்ந்தெடுக்கப்பட்டது:

Лука 18: BskNT14

சிறப்புக்கூறு

பகிர்

நகல்

None

உங்கள் எல்லா சாதனங்களிலும் உங்கள் சிறப்பம்சங்கள் சேமிக்கப்பட வேண்டுமா? பதிவு செய்யவும் அல்லது உள்நுழையவும்