Башланмыш 14
14
Ибрамдың Лутты ҡотҡарыуы
1Шул дәүерҙә Шинғар батшаһы Амрафел, Элласар батшаһы Арйох, Ғелам батшаһы Кедорлағомер һәм Гоим батшаһы Тидғал 2Содом батшаһы Берағҡа, Ғамора батшаһы Биршағҡа, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәверға һәм Белағ, йәғни Соғар батшаһына ҡаршы яу асты. 3Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы. 4Был батшалар ун ике йыл буйына Кедорлағомер иҙеүе аҫтында булып, ун өсөнсө йылында баш күтәргәйне. 5Ун дүртенсе йылда Кедорлағомер үҙенә ҡушылған батшалар менән Ғаштароҫ-Ҡарнаимда рефаларҙы, Һамда зуздарҙы, Шаве-Ҡиръяҫаимда эмдарҙы, 6сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте. 7Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.
8-9Бынан һуң Содом, Ғамора, Адма, Севоим, Белағ, йәғни Соғар батшалары юлға сыҡты. Был биш батша дүрт батшаға – Ғелам батшаһы Кедорлағомер, Гоим батшаһы Тидғал, Шинғар батшаһы Амрафел, Элласар батшаһы Арйохҡа ҡаршы Сиддим үҙәнендә һуғышҡа инде. 10Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты. 11Еңеүселәр Содом менән Ғамораның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлеген таланы. 12Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтә мөлкәте менән бергә алып киттеләр.
13Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп, ғиври#14:13 Ғиври – еврейҙарҙың боронғо атамаһы; тамыры Ғевәр тигән кеше исеменән алынған. Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине. 14Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс, 15кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хова тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы. 16Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты.
17Ибрам Кедорлағомерҙы һәм уның яҡлы батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгәндә, хәҙер Батшалар үҙәне тип йөрөтөлгән Шаүе үҙәнендә уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты. 18Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине. 19Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине:
– Күк менән ерҙе яратҡан
Юғарыларҙан Юғары Алла
Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!
20Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған
Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын!
Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.
21Содом батшаһы Ибрамға:
– Миңә кешеләремде ҡайтарһаң булды, ә мал-мөлкәтте үҙеңә ҡалдыр, – тине.
22Әммә Ибрам Содом батшаһына:
– Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм. 23Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә – бер һүрендең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һуңынан: «Ибрамды мин байыттым», тип әйтерлек булмаһын, – тип яуап ҡайтарҙы. – 24Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә.
Selectat acum:
Башланмыш 14: БашИЯ2023
Evidențiere
Partajează
Copiază
Dorești să ai evidențierile salvate pe toate dispozitivele? Înscrie-te sau conectează-te
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023