YouVersion
Pictograma căutare

Яхъя 11

11
Ғайсаның үлгән Лазарҙы терелтеүе
1Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте. 2Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.
3Апалы-һеңлеле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте».
4Ғайса быны ишеткәс:
– Был сир үлемгә килтермәй. Алла даны өсөн уның аша Алла Улының данлы бөйөклөгө күрһәтеләсәк, – тине.
5Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине. 6Әммә Ул, Лазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, булған урынында тағы ике көнгә тотҡарланды. 7Шунан һуң шәкерттәренә:
– Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине.
8Шәкерттәре Уға:
– Остаз, әле күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.
9Ғайса:
– Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә. 10Ә төндә йөрөүсе абына, сөнки унда яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы.
11Шунан һуң:
– Беҙҙең дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.
12Шәкерттәре:
– Хужабыҙ, йоҡлағас, һауығыр! – тинеләр.
13Ғайса уның үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы. 14Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп:
– Лазарь үлгән. 15Мин унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.
16Игеҙәк ҡушаматлы Фома шәкерттәргә:
– Әйҙәгеҙ, барайыҡ та, Уның менән бергә үләйек, – тине.
17Ғайса, Вифанияға килеп еткәс, Лазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятыуын белде. 18Вифания Иерусалимдан өс саҡрым#11:18 Өс саҡрым – грекса «ун биш стадия тирәһе». ғына булғанлыҡтан, 19унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.
20Марфа, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды.
21– Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип өндәште Марфа. – 22Әммә мин хәҙер ҙә беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк.
23– Ҡустығыҙ тереләсәк, – тине уға Ғайса.
24– Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк.
25Ғайса:
– Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. 26Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.
27– Эйе, Хужам! – тип яуапланы Марфа. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.
28Шулай тине лә Марфа китеп барҙы һәм һеңлеһе Мәрйәмде саҡырып алды:
– Остаз бында, Ул һине саҡыра.
29Мәрйәм быны ишеткәс тә, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына сыҡты. 30Ғайса, ауылға инмәйенсә, Марфа менән осрашҡан ерҙә тора ине әле. 31Өйҙә бергә булып, Мәрйәмде йыуатҡан йәһүдтәр, уның йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбер янына китте тип уйлап, уның артынан эйәрҙе.
32Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп:
– Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип Уның аяғына йығылды.
33Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән:
34– Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны.
Улар:
– Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр.
35Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне.
36– Ҡарағыҙ, Ул Лазарҙы нисек яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр.
37Араларынан береһе:
– Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Лазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡалыр өсөн ниҙер эшләй алмаҫ инеме икән? – тине.
38Ғайса тағы ла нығыраҡ көйөнгән хәлдә ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.
39Ғайса:
– Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине.
– Хужам, мәрхүм инде еҫләнгәндер, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит инде, – тине үлгән кешенең апоһы Марфа.
40Ғайса уға:
– Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.
41Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап:
– Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – 42Тауышымды һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде бында баҫып торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!
43Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән:
– Лазарь, сыҡ! – тине.
44Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса:
– Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.
Фарисейҙарҙың Ғайсаны үлтерергә ниәтләүе
45Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ни эшләгәнен күргәс, Уға инанды. 46Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайса ҡылған эштәр тураһында һөйләп бирҙе.
47Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар:
– Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. 48Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ иһә римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.
49Араларынан береһе, ул йылда иң баш рухани булған Каиафа:
– Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! 50Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.
51-52Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш рухани булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.
53Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы. 54Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Ефраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.
55Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде. 56Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла Йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫ микән ни?» – тип һораштылар.
57Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.

Selectat acum:

Яхъя 11: BskNT14

Evidențiere

Partajează

Copiază

None

Dorești să ai evidențierile salvate pe toate dispozitivele? Înscrie-te sau conectează-te