Ғәмәлдәр 4
4
Петр менән Яхъя Юғары кәңәшмә алдында
4 1-2Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп, 3теге икәүҙе ҡулға алдылар. Инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. 4Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.
5Икенсе көндө Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 6Иң баш рухани Аннас, Каиафа, Яхъя, Искәндәр һәм баш рухани ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине.
7Петр менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан:
– Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән эшләнегеҙ? – тип һоранылар.
8Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып:
– Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – 9Әгәр ҙә ауырыу кешегә яҡшылыҡ күрһәтеү һәм уның нисек итеп сирҙән ҡотолоуы хаҡында бөгөн беҙҙән яуап алына икән, 10һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. 11Ғайса ул
«һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм
иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».
12Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.
13Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр. 14Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм 15уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.
16– Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ҡылған асыҡтан-асыҡ мөғжизә Иерусалимда йәшәүселәрҙең һәммәһенә билдәле, һәм беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. 17Әммә ошо хаҡта халыҡ араһында артыҡ һүҙ таралмаһын өсөн, уларҙы киҫәтәйек: был исем тураһында бер ҡасан да кешеләргә һөйләмәһендәр, – тип үҙ-ара кәңәшләштеләр.
18Петр менән Яхъяны саҡырып индерҙеләр ҙә, Ғайса исеменән һис ни һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. 19Әммә тегеләр:
– Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән? 20Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.
21Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. 22Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.
Иман тотоусыларҙың доғаһы
23Азат ителгәндән аҙаҡ Петр менән Яхъя, иптәштәре янына килеп, баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. 24Иман тотоусылар иһә, быны ишеткәс, берҙәм рәүештә Аллаға доға ҡылды:
– Хакимыбыҙ! Һин – күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе! 25Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттан Һинең ошо һүҙҙәрең әйттерелде:
«Ни өсөн мәжүсиҙәр ҡоторона,
халыҡтар булмаҫтайҙы ниәт итә?
26Ерҙәге батшалар, башлыҡтар,
бергә йыйылып,
Раббыға һәм Уның Мәсихенә
ҡаршы күтәрелделәр».
27-28Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар. 29Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир. 30Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.
31Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.
Иман юлындағы кешеләрҙең тормошонда бөтә нәмә уртаҡ
32Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине. 33Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. 34Иман тотоусылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын 35илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде. 36Мәҫәлән, илселәр Варнава (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер левит, 37үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе.
Atualmente Selecionado:
Ғәмәлдәр 4: BskNT14
Destaque
Compartilhar
Copiar
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapi.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fpt.png&w=128&q=75)
Quer salvar seus destaques em todos os seus dispositivos? Cadastre-se ou faça o login
© Институт перевода Библии, 2014