Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан:
– Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны.
Петр:
– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.
Ғайса:
– Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны.
Петр Уға:
– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.
Ғайса:
– Минең һарыҡтарымды көт, – тине һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан:
– Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны.
Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп:
– Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе.
Ғайса уға йәнә:
– Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине.