Башланмыш 19
19
Содом менән Ғамораның һәләкәте
1Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине:
2– Хакимдарым, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ, миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ.
– Юҡ, – тине улар. – Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ.
3Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы. 4Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре – Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре – Луттың йортон уратып алды.
5– Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.
6Лут, тупһаға сығып, артынан ишекте япты ла уларға былай тине:
7– Ағай-эне, бындай золом ҡылмағыҙ! 8Минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.
9– Кит бынан! – тинеләр уға. – Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ.
Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына, 10мосафирҙар Лутты өй эсенә тартып алды ла ишекте йәһәт кенә бикләй һалды. 11Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе, – олоһон да, кесеһен дә – һуҡырайттылар, улар ишекте таба алмайынса аҙапланды. 12Мосафирҙар Луттан:
– Был ҡалала тағы кемдәрең бар? – тип һораны. – Кейәүҙәрең, улдарың, ҡыҙҙарың йәки ҡалала башҡа кемең генә булмаһын – бөтәһен дә алып кит: 13беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.
14Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте:
– Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк!
Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.
15Таң һыҙылғанда, фәрештәләр Лутты ашыҡтыра башланы:
– Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың!
16Лут һаман ашыҡмағас, фәрештәләр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын, ҡулдарынан етәкләп, ҡаланан алып сыҡты. 17Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине:
– Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!
18– Юҡ, хакимым! – тине Лут. – 19Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә – ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын. 20Ә бына алда ятҡан ҡала – яҡын, уға тиклем йүгереп етеп булыр, ул бәләкәй. Мин шунда йүгерәйем, ул бәләкәй, шунда тере ҡалырмын!
21– Ярай, – тине уға фәрештә, – һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлап алып ҡалырмын. 22Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым.
Шуға күрә лә был ҡала Соғар#19:22 Соғар – йәһүд телендә «бәләкәй» тигән мәғәнәлә. тип атала.
23Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соғарға килеп етте.
24Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы, 25ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, барлыҡ үҫемлектәре менән, юҡ итте. 26Луттың ҡатыны артына боролоп ҡарағайны – тоҙ бағанаһына әйләнде.
27Иртә менән Ибраһим кисә генә Раббы хозурында торған урынға килеп баҫты, 28Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине.
29Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.
30Лут Соғарҙа ҡалырға ҡурҡты. Шуға күрә ике ҡыҙы менән тауҙарға китте. Улар бергәләшеп мәмерйәлә йәшәй башланы.
31Бер көндө өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине:
– Атайыбыҙ ҡартая. Беҙҙең менән ерҙәге йола буйынса йәшәрлек ир-ат юҡ. 32Әйҙә, атайыбыҙҙы шарап эсереп иҫертәйек тә уның менән йоҡлайыҡ, шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек.
33Шул төндә улар аталарын шарап эсереп иҫертте. Өлкән ҡыҙы инеп, атаһы менән йоҡланы. Әммә Лут уның эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә белмәне.
34Икенсе көндә өлкәне кесеһенә:
– Үткән төндә мин атайым менән йоҡланым, – тине. – Бөгөн төндә лә уны шарап эсереп иҫертәйек тә һин уның янына ятырһың. Шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек.
35Улар тағы аталарын шарап эсереп иҫертте лә, кесе ҡыҙы инеп уның менән йоҡланы. Әммә Лут уның эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә белмәне.
36Шулай итеп, Луттың ике ҡыҙы ла аталарынан ауырға ҡалды. 37Өлкәне ул тапты, уға Моав#19:37 Моав – йәһүд телендә «атайҙан» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты. Хәҙерге Моав кешеләре унан таралған. 38Кесеһе лә ул тапты һәм Бен-Ғамми#19:38 Бен-Ғамми – йәһүд телендә «халҡымдың улы» тигән мәғәнәлә. тигән ат бирҙе. Хәҙерге Ғаммон кешеләре унан таралып киткән.
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023