Лукас 22

22
Йәһүҙәнең хыянаты
(Маҫ 26:2-5, 14-16; Мрк 14:1-2, 10-11; Ях 11:45-53)
1 # Сығ 12:1-27. Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө икмәк байрамы яҡынлашты. 2Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне.
3Шул ваҡыт ун ике шәкерттең береһе булған Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис инде. 4Йәһүҙә, баш ҡаһиндар менән Алла йортон һаҡлаусыларҙың башлыҡтарына барып, Ғайсаны уларға тотоп биреү тураһында һөйләште. 5Тегеләре, ҡыуанып, Йәһүҙәгә аҡса бирергә булдылар. 6Йәһүҙә риза булды һәм Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн форсат көтә башланы.
Ҡотҡарылыу байрамы мәжлесенә әҙерлек
(Маҫ 26:17-19; Мрк 14:12-16)
7Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө икмәк көнө килеп етте. 8Ғайса Петрус менән Яхъяны ҡалаға ебәрҙе:
– Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ.
9Улар Ғайсанан:
– Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
10– Ҡалаға инеүегеҙ булыр, һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ ҙа ул ингән өйгә инегеҙ, – тип яуапланы Ғайса. – 11Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Ҡотҡарылыу байрамы ашын шәкерттәрем менән ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 12Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.
13Шәкерттәр китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
(Маҫ 26:20-29; Мрк 14:17-25; Ях 13:21-30; 1 Кор 11:23-25)
14Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырҙы.
15– Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға теләгем бик ҙур ине. 16Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын, – тине уларға Ғайса.
17Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте:
– Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ. 18Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.
19Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште:
– Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.
20 # Сығ 24:8; Йер 31:31, 33-34. Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды:
– Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. 21#Зәб 40:10.Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы – Минең ҡулым менән бергә ошо өҫтәлдә. 22Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!
23Шәкерттәре бер-береһенән:
– Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡыла алыр ине икән? – тип һораша башланылар.
Бөйөклөк тураһында бәхәс
(Маҫ 20:25-28; 19:28; Мрк 10:42-45)
24Шәкерттәр араһында ҡайһыһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡты. 25Ғайса уларға былай тине:
– Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, хакимдар үҙҙәрен «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атай. 26Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын. 27Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт иткәнеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәтсе кеүекмен.
28Мин уҙған бөтә һынауҙарҙа ла һеҙ һәр ваҡыт янымда булдығыҙ. 29Шуның өсөн, Атам Миңә биргән кеүек үк, Мин дә һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм. 30Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.
Ғайсаның Петрустың ваз кисәсәге тураһында әйтеүе
(Маҫ 26:33-35; Мрк 14:29-31; Ях 13:37-38)
31– Шимғон! Шимғон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. 32Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.
33– Хакимым, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тине Петрус.
34Ғайса иһә:
– Һиңә әйтәм, Петрус: бөгөн таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңде өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине.
35Шунан шәкерттәренән:
– Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораны.
– Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.
36Ғайса һүҙен дауам итте:
– Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары, өҫ кейемдәрен һатып, ҡылыс алһын. 37#Ишғ 53:12.Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк.
38– Хакимыбыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тине шәкерттәр.
– Был турала етте! – тине Ғайса.
Ғайсаның Зәйтүн тауында доға ҡылыуы
(Маҫ 26:36-46; Мрк 14:32-42)
39Ғайса, ҡаланан сығып, ғәҙәттәгесә, Зәйтүн тауына йүнәлде, Уның артынан шәкерттәре лә эйәрҙе. 40Унда барып еткәс, Ғайса:
– Һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тине.
41Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:
42– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.
43Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне.
44Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды.#22:44 Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа 43-44-се аяттар юҡ, әммә улар элекке ваҡыттарҙан уҡ был китаптың шикһеҙ өлөшө һанала. 45Доға ҡылған урынынан тороп, шәкерттәре янына әйләнеп килгәс, уларҙың ҡайғынан талсығып йоҡлап киткәнен күрҙе.
46– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тине уларға Ғайса.
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-56; Мрк 14:43-50; Ях 18:3-11)
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтмәне, бер төркөм кеше килеп етте. Төркөмдө ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, башлап килә ине. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлашты#22:47 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Йәһүҙә үҙе, шартлы ишара яһап, уларға: „Мин үпкән кеше Ғайса булыр“, – тип әйтеп ҡуйғайны» тигән һүҙҙәр ҙә бар.. 48Ғайса иһә уға:
– Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине.
49Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға:
– Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны.
50Уларҙың береһе, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уң ҡолағын сабып өҙҙө.
51Әммә Ғайса:
– Туҡтағыҙ, етте! – тине лә ҡулы менән ҡағылып хеҙмәтсене һауыҡтырҙы.
52Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш ҡаһиндарға, Алла йорто һаҡсыларының башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тине. – 53Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә.
Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Маҫ 26:67-75; Мрк 14:66-72; Ях 18:15-18, 25-27)
54Ғайсаны тотоп, иң баш ҡаһиндың өйөнә алып килделәр. Петрус, арттараҡ ҡалып, арттарынан эйәреп барҙы. 55Ихата уртаһында усаҡ яҡтылар, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петрус та урын алды. 56Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күргәс, текләп ҡарап:
– Был да Уның менән булды! – тине.
57Ләкин Петрус инҡар итеп:
– Юҡ, һеңлекәш! Мин Уны белмәйем, – тине.
58Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрусты абайлап ҡалды:
– Һин дә уларҙың береһе бит!
Әммә Петрус был кешегә лә:
– Юҡ, мин түгелмен, – тип яуап бирҙе.
59Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү:
– Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫланы.
60Әммә Петрус уға ла:
– Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине.
Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
61Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. 62Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.
Ғайсаны мыҫҡыл итеү
63Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл итте, туҡманы. 64Күҙҙәрен ҡаплап:
– Пәйғәмбәрлек ит әле: Һиңә кем һуҡты? – тип һоранылар.
65Бынан башҡа ла Уға күп мәсхәрә һүҙҙәре әйттеләр.
Ғайса Юғары кәңәшмә алдында
(Маҫ 26:59-66; Мрк 14:55-64; Ях 18:19-24)
66Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар.
67– Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һоранылар.
Ғайса уларға:
– Әгәр әйтһәм, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ. 68Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ#22:68 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм Мине ебәрмәйәсәкһегеҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.. 69#Зәб 109:1.Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине.
70– Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла.
– Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
71Шунда улар:
– Беҙгә тағы бер шаһитлыҡтың нимәгә кәрәге бар? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тинеләр.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in