Матфей 9
9
Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
1Ғайса, кәмәгә ултырып күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға#9:1 Үҙе йәшәгән ҡала – Капернаум. килде. 2Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
3Бер нисә ҡанун белгесе эстән генә: «Был кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы. 4Ғайса уларҙың нимә уйлағанын белеп:
– Ниңә һеҙ күңелегеҙҙә насар уй тотаһығыҙ? – тип һораны. 5– Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме? 6Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Шунан Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
7Теге, тороп, ҡайтып китте. 8Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.
Ғайсаның Матфейҙы Үҙ артынан саҡырыуы
9Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе.
– Миңә эйәр, – тине Ул.
Матфей, тороп, Уның артынан китте.
10Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар. 11Быны күреп, фарисейҙар шәкерттәрҙән:
– Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һоранылар.
12Ғайса быны ишетеп:
– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. 13Барығыҙ, «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем.
Ураҙа хаҡында һорау
14Шунан һуң Уның янына Яхъяның шәкерттәре килде:
– Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай?
15Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғыра аламы? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул саҡта улар ураҙа тотор. 16Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла ҙурайыр. 17Шулай уҡ яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланыр.
Үлгән ҡыҙ һәм ауырыу ҡатын
18Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды:
– Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.
19Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә уның артынан китте. 20Шул ваҡыт, ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын арттан килеп, кейеменең салғыйына ҡағылды. 21Ул: «Уның кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип эстән генә уйлағайны. 22Ғайса боролоп ҡараны.
– Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс.
Ҡатын шунда уҡ һауыҡты.
23Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса унда матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килеүселәр төркөмөн күрҙе.
24– Китегеҙ бынан! Ҡыҙ бала үлмәгән, ул йоҡлай ғына, – тине Ул.
Унан көлә башланылар. 25Ләкин, халыҡ өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотто һәм ул урынынан торҙо. 26Был хаҡтағы хәбәр бөтә тирә-яҡ ерҙәргә таралды.
Ғайсаның йәнә күптәрҙе һауыҡтырыуы
27Ғайса унан киткәндә, артынан ике һуҡыр эйәрҙе. Улар:
– Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
28Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде.
– Минең һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ул.
– Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. 29Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла:
– Нисек ышанһағыҙ, шулай булһын, – тине. 30Шунда һуҡырҙар күрә башланы. Ғайса уларҙы:
– Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтте.
31Әммә теге икәү, бынан киткәс, Уның хаҡында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөнө.
32Улар китеүгә Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр. 33Ғайса енде ҡыуып сығарғас, телһеҙ һөйләшә башланы. Халыҡ быға хайран ҡалды.
– Израилдә бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине улар.
34Ләкин фарисейҙар:
– Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип ҡаршы һөйләнеләр.
35Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы. 36Ул, халыҡ төркөмдәрен күреп, йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж инеләр. 37Шул саҡта Ғайса шәкерттәренә:
– Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. 38Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең ашлығын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.
© Институт перевода Библии, 2014