Logo YouVersion
Îcone de recherche

Башланмыш 8

8
Туфандан һуң
1Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.
2Туҡталдылыр туфан ташҡыны,
Ябылдылыр күктең ҡабағы,
Баҫылдылыр ҡойма ямғыры.
3Әкренләп һыу ҡайта башланы, йөҙ ҙә илле көн тулыуға һыу кәмеүгә табан китте. 4Етенсе айҙың ун етенсе көнөндә кәмә Арарат тауҙары түбәһенә килеп терәлде. 5Йылдың унынсы айына тиклем һыу яйлап кәмей барҙы, унынсы айҙың беренсе көнөндә тау түбәләре күренде.
6Ҡырҡ көн үткәс, Нух, кәмәлә үҙе уйған тәҙрәне асып, 7тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө. 8Артабан ерҙә һыуҙың ҡайтҡан-ҡайтмағанын белеү өсөн Нух күгәрсенде осороп сығарҙы. 9Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе. 10Ете көн үткәс, ул күгәрсенде яңынан сығарҙы. 11Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты – суҡышында яңы ғына өҙөлгән зәйтүн япрағын килтергәйне. Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы. 12Ул тағы ете көн көтөп торҙо ла күгәрсенде йәнә сығарҙы. Был юлы күгәрсен әйләнеп ҡайтманы.
13Нухҡа алты йөҙ беренсе йәш киткәндә, беренсе айҙың беренсе көнөндә ер өҫтөндәге һыу тулыһынса ҡайтты. Нух кәмәнең ҡыйығындағы тәҙрәне асып ҡарағайны, ерҙең кипшергәнен күрҙе. 14Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.
15Алла Нухҡа былай тине:
16– Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ; 17үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.
18Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты. 19Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.
20Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе. 21Раббы ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм. 22Ер имен-аман торғанда:
сәсеү менән ураҡ,
эҫе менән һыуыҡ,
йәй менән ҡыш,
көн менән төн
һәр ваҡыт буласаҡ», – тине.

Surbrillance

Partager

Copier

None

Tu souhaites voir tes moments forts enregistrés sur tous tes appareils? Inscris-toi ou connecte-toi

Vidéo pour Башланмыш 8