Logo YouVersion
Îcone de recherche

Башланмыш 2

2
1Күк һәм ерҙең, ундағы бөтә нәмәнең яратылыуы бына шулай тамамланды. 2Етенсе көнгә Алла Үҙенең эшен теүәлләне. Етенсе көндә Үҙенең барлыҡ эштәрен тамамлап, Ул ял итте. 3Алла етенсе көндө фатихаланы һәм уны изге көн итеп айырҙы, сөнки бөтә бар ҡылыуға ҡағылышлы эштәрен тамамлап был көндә Ул ял итте.
4Күк һәм ер яратылышы бына шулай.
Ожмах баҡсаһы
Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда, 5ерҙә бер генә ҡыуаҡлыҡ та, бер генә үлән дә юҡ ине, сөнки Раббы Алла ергә ямғыр яуҙырмағайны әле. Тупраҡты эшкәртергә кеше лә юҡ ине. 6Ерҙе тик ер аҫтынан сыҡҡан һыуҙар ғына һуғарҙы. 7Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан#2:7 Йәһүд телендәге төп нөсхәлә был урында һүҙ уйнатыу: «адам» – кеше, «адама» – тупраҡ. әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.
8Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы. 9Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине. 10Ғедәндән ағып сыҡҡан йылға баҡсаны һуғара һәм артабан дүрт тармаҡҡа айырыла ине. 11Уларҙың береһе Пишон тип атала, ул Хауила ерен – алтын сыҡҡан ерҙәрҙе уратып аға. 12Был ерҙең алтыны саф ине. Бында тағы хуш еҫле ыҫмала менән оникс бар. 13Икенсе йылға Гихон тип атала, ул Куш ерҙәре буйлап аға. 14Өсөнсө йылғаның исеме – Тигр, ул Ашшурҙың көнсығышынан аға. Дүртенсе йылға – Евфрат. 15Раббы Алла кешене Ғедән баҡсаһына урынлаштырҙы һәм уға баҡсаны эшкәртергә, һаҡларға ҡушты. 16Раббы Алла кешегә:
– Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың, 17тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.
18Һуңынан Раббы Алла былай тине:
– Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайым.
19Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡыр хайуандарын һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы бар ҡылды. Һәр береһенә ниндәй исем ҡушыласағын күрер өсөн Раббы Алла уларҙың бөтәһен дә әҙәм алдына алып килде. Әҙәм ҡайһыһына ниндәй атама бирһә, ул йән эйәһе шул атама менән танылды. 20Кеше бөтә мал-тыуарға, барлыҡ ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә исем бирҙе; әммә кешегә яраҡлы ярҙамсы табылманы. 21Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы. 22Раббы Алла кешенән алған ҡабырғанан бер ҡатын яратты һәм уны кешегә алып килде. 23Әҙәм әйтте:
– Бына, был һөйәк минең һөйәгемдән,
Ите минең итемдән.
Ҡатын тип аталасаҡ ул,
Сөнки ирҙән#2:23 Йәһүд телендәге төп нөсхәлә һүҙ уйнатыу: «иш» – ир, «ишша» – ҡатын. алынды.
24Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм улар бер тән булыр.
25Әҙәм дә, ҡатыны ла шәрә ине, әммә улар бынан оялманы.

Surbrillance

Partager

Copier

None

Tu souhaites voir tes moments forts enregistrés sur tous tes appareils? Inscris-toi ou connecte-toi