Ғәмәлдәр 12
12
Петрҙың ҡулға алыныуы һәм азат ителеүе
1Шул ваҡыттарҙа Ирод батша#12:1 Ирод батша – Йәһүдия һәм Самарияның батшаһы Ирод Агриппа Беренсе, Бөйөк Иродтың ейәне. имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. 2Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте. 3Был эштең йәһүдтәргә оҡшауын күреп, Петрҙы ла ҡулға алды – ул ваҡытта Сөсө күмәс байрамы көндәре ине – 4уны төрмәгә ултыртты һәм, Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға уйлап, дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға әмер бирҙе. 5Петр төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға бик тырышып доға ҡылдылар.
6Ирод Петрҙы хөкөм алдына сығарырға теләгән көндөң төнөндә Петр, ике бығау менән бығауланған хәлдә ике ғәскәри уртаһында йоҡлап ята ине. Ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта торҙо. 7Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты:
– Тора һал!
Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө.
8– Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә.
Ул шулай эшләне.
– Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә.
9Петр, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын да аңламайынса, сығып уның артынан китте. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйланы ул. 10Беренсе һәм икенсе һаҡсыны үтеп, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килделәр. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылды, улар урамға сыҡты, урам буйлап әҙерәк барғас, ҡапыл фәрештә уның бер үҙен ҡалдырҙы.
11Шул ваҡыт Петр иҫенә килде:
– Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы.
12Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине. 13Петрҙың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14Петрҙы тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрҙың ишек төбөндә тороуын хәбәр итте.
15– Һин үҙ аҡылыңдамы! – тинеләр уға.
Әммә ҡыҙ үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ә тегеләр:
– Ул уның фәрештәһелер#12:15 Йәһүдтәр кешеләрҙең һаҡлаусы-фәрештәләре барлығына ышанған., – тине.
16Петр иһә һаман шаҡыны. Ишекте асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. 17Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе.
– Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул.
Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.
18Көн тыуғас, Петр менән ни булды икән, тип ғәскәриҙәр борсола башланы. 19Ирод иһә, уны эҙләтеп тә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе.
Ирод батшаның үлеме
Бынан аҙаҡ Ирод Йәһүҙиәнән Кесарияға китте һәм шунда ҡалды. 20Ул Тир һәм Сидон ҡалаларында йәшәүселәргә бик асыулы ине. Тегеләр иһә, үҙ-ара һүҙ беркетеп, уның алдына вәкилдәр ебәрҙеләр һәм, батша һарайына идара иткән Власты үҙ тарафтарына ауҙарып, килешеү төҙөргә өндәнеләр, сөнки уларҙың өлкәһе батша өлкәһенән туйына ине. 21Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто. 22Ә халыҡ уның һүҙен хуплап:
– Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы.
23Аллаға тәғәйен дан-шөһрәтте бирмәгән өсөн, Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды.
24Алла һүҙе иһә киң таралды һәм уны ҡабул итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты. 25Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар.
Sélection en cours:
Ғәмәлдәр 12: BskNT14
Surbrillance
Partager
Copier

Tu souhaites voir tes moments forts enregistrés sur tous tes appareils? Inscris-toi ou connecte-toi
© Институт перевода Библии, 2014