1
Лука 17:19
Инжил
Ә теге кешегә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.
Comparer
Explorer Лука 17:19
2
Лука 17:4
Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.
Explorer Лука 17:4
3
Лука 17:15-16
Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған, Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған.
Explorer Лука 17:15-16
4
Лука 17:3
Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.
Explorer Лука 17:3
5
Лука 17:17
Шул саҡ Ғайса: – Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа?
Explorer Лука 17:17
6
Лука 17:6
Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
Explorer Лука 17:6
7
Лука 17:33
Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр.
Explorer Лука 17:33
8
Лука 17:1-2
Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән: – Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы. Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
Explorer Лука 17:1-2
9
Лука 17:26-27
Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән.
Explorer Лука 17:26-27
Accueil
Bible
Plans
Vidéos