Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух:
– Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине.
Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.