YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 15

15
Йәрүсәлимдә илселәр йыйылышы
1Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы:
– Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.
2Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.
3Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. 4Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. 5Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп:
– Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.
6Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды. 7Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң Петрус урынынан тороп:
– Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Башҡа халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, байтаҡ ваҡыт элек бөтәбеҙ араһынан Алла мине һайлап ҡуйғанын беләһегеҙ. 8Кешенең күңелендә ни ятҡанын белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек башҡаларға ла Изге Рух биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. 9Йөрәктәрен иман аша сафландырып, улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырманы. 10Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? 11Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоу алыуыбыҙға ышанабыҙ.
12Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне. 13Аҙаҡ Яҡуп һүҙ алды:
– Имандаштар, мине тыңлағыҙ! 14Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне. 15Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә:
16 # Ғам 9:11-12. «Шунан һуң Мин кире ҡайтырмын да
Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙормон.
Емереклектәрен ҡайтанан ҡороп,
элекке хәленә ҡайтарырмын.
17-18Шунда башҡа кешеләр,
Минең исемем менән аталған бар халыҡтар
Раббыны эҙләйәсәк».
Борондан уҡ быларҙы мәғлүм иткән
Раббы шулай ти.
19Шуға күрә, башҡа халыҡтар араһынан Аллаға килгән кешеләргә ҡыйынлыҡ тыуҙырырға тейеш түгелбеҙ, тип һанайым. 20#Баш 9:4.Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ. 21Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп.
Йәһүд булмағандарға яуап
22Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар. 23Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр:
«Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.
24Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек. 25-26Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы менән бер нисә кешене һайлап, уларҙы һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Барнабас һәм Паулус менән бергә ебәрергә булдыҡ. 27Йәһүҙә менән Силасты һеҙгә ебәрәбеҙ, улар был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер.
28Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек: 29ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр.
Иҫән-һау булығыҙ!»
30Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. 31Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды. 32Йәһүҙә менән Силас, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, һүҙ ярҙамы менән дәртләндереп, имандаштарҙың рухын нығытты. 33-34Йәһүҙә менән Силас Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Йәрүсәлимгә, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты#15:33-34 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 34-се аят та бар: «Әммә Силас Антиохияла ҡалырға булды».. 35Паулус менән Барнабас иһә Антиохияла ҡалды. Улар башҡа күп кенә имандаштар менән бергә Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәздәр уҡыны.
Паулус менән Барнабастың юлдары айырылыуы
36Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте. 37Барнабас Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. 38Әммә Паулус тапшырылған эште атҡарып сығырға ярҙам итергә теләмәйенсә Памфулияла уларҙы ташлап киткән Яхъяны алырға ризалашманы. 39Паулус менән Барнабас араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙы, һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Барнабас, Маркусты алып, һыу юлы менән Кипрға юлланды. 40Силасты һайлаған Паулус иһә, имандаштар уны Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты, 41берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in