YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 13

13
Барнабас менән Шаулға изге хеҙмәт йөкмәтелеү
1Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул. 2Бер ваҡыт, улар Раббыға хеҙмәт иткәндә һәм ураҙа тотҡанда, Изге Рух:
– Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Барнабас менән Шаулды Миңә бирегеҙ, – тине.
3Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.
Барнабас менән Шаул Кипрҙа
4Изге Рух тарафынан ебәрелгән Барнабас һәм Шаул Селеукея ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр. 5Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө. 6Бөтә утрауҙы үтеп, улар Пафос ҡалаһына килде. Бында улар сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бар-Йеһошуағ исемле йәһүд кешеһен осратты. 7Ул өлкә башлығы, бик аҡыллы кеше Сергиос Паулустың хеҙмәтсеһе ине. Сергиос Паулус, Алла һүҙен тыңларға теләп, Барнабас менән Шаулды үҙ һарайына саҡырҙы. 8Ә Әлүмас (был Бар-Йеһошуағтың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо. 9Әммә Изге Рух менән һуғарылған Шаул, уны Паулус тип тә атайҙар, Әлүмасҡа туп-тура ҡарап:
10– Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. – 11Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең.
Шунда уҡ Бар-Йеһошуағты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.
12Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.
Паулустың Писидиә өлкәһендәге Антиохияла сығышы
13Паулус һәм уның юлдаштары, Пафостан һыу юлы менән Памфулия өлкәһендәге Перге ҡалаһына килде. Яхъя, уларҙан айырылып, Йәрүсәлимгә ҡайтты, 14ә ҡалғандар Пергенан Писидиә өлкәһендәге Антиохияға китте.
Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы. 15Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша:
– Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.
16Паулус тороп баҫты ла ҡулы менән ишаралап тынлыҡҡа саҡырҙы:
– Исраилдар һәм Алланан ҡурҡыусы башҡалар, тыңлағыҙ! 17#Сығ 6:6; 12:51.Исраил халҡының Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған. Мысыр ерендә булғандарында уларҙы бөйөк халыҡ иткән һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡҡан. 18Сүлдә ҡырҡ йыл буйы уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған. 19Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән. 20#1 Бат 7:15.#Хак 2:16.Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Шемуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған. 21#1 Бат 8:4-5; 10:24.Шунан улар батша һораған, һәм Алла Бинйәмин нәҫеленән булған Ҡиш улы Шаулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән. 22#1 Бат 13:14; 16:12-13; Зәб 88:21.Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән.
23 # Ишғ 11:1. Алла, Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Исраил халҡына Дауыт нәҫеленән Ҡотҡарыусы Ғайсаны ебәрҙе. 24Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя бөтә Исраил халҡын тәүбәгә килеү билдәһе итеп һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәне. 25Хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Мине кем тип уйлайһығыҙ? Мин һеҙ көткән кеше түгел. Әммә минең арттан Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡ түгелмен», – тине.
26– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде. 27Йәрүсәлим халҡы һәм уларҙың башлыҡтары Ғайсаның кем икәнен таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы. 28Үлем язаһына тарттырырлыҡ һис бер ғәйеп тапмаһалар ҙа, Пилатостан Уны үлтереүҙе талап иттеләр. 29Ғайса хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. 30Әммә Алла Уны үленән терелтте. 31Ул Үҙе менән Галилеянан Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.
32-33 # Зәб 2:7. Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбүр китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды:
«Һин – Минең Улым,
Мин бөгөндән Һиңә Ата булдым».
34 # Ишғ 55:3. Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә Алла былай тигән:
«Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне
һеҙҙең өсөн бойомға ашырасаҡмын».
35 # Зәб 15:10. Һәм бүтән бер урында ла:
«Изге бәндәңдең тәнен серетмәҫһең», –
тип яҙылған.
36Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене. 37Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне.
38 # Ишғ 53:5, 12. – Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Һеҙгә Ғайса аша гонаһтарығыҙҙың ғәфү ителеүе хаҡында белдерелә. 39Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. 40Һаҡ булығыҙ, һеҙҙең менән пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә килеп сыҡмаһын:
41 # Хав 1:5. «Мыҫҡыл итеүселәр, ҡарағыҙ!
Хайран ҡалып юҡҡа сығығыҙ.
Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам,
һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ».
42Паулус менән Барнабас ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, халыҡ уларҙан, киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, тип үтенде.
43Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм, йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Паулус менән Барнабас артынан эйәрҙе. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне.
44Икенсе шәмбелә бөтә ҡала тиерлек Раббы һүҙен тыңларға йыйылды. 45Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы. 46Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә:
– Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ. 47#Ишғ 49:6.Раббы бит беҙгә:
«Ҡотолоу Һинең аша
ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип,
Һине халыҡтар өсөн
яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», –
тигән бойороҡ бирҙе.
48Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.
49Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды.
50Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен ҡотортоп, Паулус менән Барнабасты эҙәрләне, уларҙы был төбәктән ҡыуҙыртты. 51Паулус менән Барнабас иһә, уларға ҡаршылыҡ йөҙөнән, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө#13:51 Аяҡтағы туҙанды ҡағыу – бының менән Паулус һәм Барнабас үҙҙәренең уларҙан баш тартыуын күрһәткән. «Маҫҫайос», 10:14-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ. һәм Иконион ҡалаһына китте.
52Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in