YouVersion Logo
Search Icon

Лука 21

21
Тол ҡатындың биргән хәйере
1Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән. 2Ул ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса һалғанын күреп ҡалып:
3– Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн нимә кәрәк, шуның береһен дә йәлләмәне, – тигән.
Алла Йортоноң емерелеүе
5Ҡайһы берәүҙәр Алла Йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса:
6– Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тигән.
Ахырызаман билдәләре
7Ғайсанан:
– Остаз, әйткәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һорағандар.
8Ғайса былай тигән:
– Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ. 9Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Бындай ваҡиғалар алдан булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ.
10Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, 11көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.
12Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. 13Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. 14Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ», – тип алдан уйламағыҙ. 15Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.
16Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр ҙә. 17Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ. 18Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә юғалмаҫ. 19Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Иерусалимдың емерелеүе
20Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. 21Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. 22Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. 23Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. 24Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, Иерусалимды тапар.
Әҙәм Улының килеүе
25Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының көслө шаулауынан халыҡтар аптыранып ҡалыр һәм өмөтһөҙлөккә бирелер. 26Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. 27Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр. 28Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр.
Инжир ағасы хаҡында ҡисса
29Ғайса уларға бер ҡисса һөйләгән:
– Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: 30уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 31Шулай уҡ, быларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ. 32Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 33Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
«Уяу булығыҙ»
34-35Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер. 36Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
37Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән. 38Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла Йортона йыйылған.

Currently Selected:

Лука 21: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in