YouVersion Logo
Search Icon

Лука 20

20
Ғайсаның вәкәләте кемдән?
1Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән. 2Улар Ғайсанан:
– Әйт әле, быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораған.
3– Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тигән Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле Миңә: 4Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?
5Тегеләр иһә үҙ-ара фекер алышҡан:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. 6Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.
7Ахырҙа:
– Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарғандар.
8– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тигән Ғайса.
Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
9Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән:
– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған. 10Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул ҡайтарған. 11Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡыуғандар. 12Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар.
13Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған. 14Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек һәм уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр. 15Улар уны йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергән. Инде баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер? 16Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер.
Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар:
– Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.
17Ғайса иһә, уларға ҡарап алғас, былай тигән:
– Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды, –
тип Изге Яҙмала яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң? 18Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
19Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.
Ҡайсарға – ҡайсарҙыҡы, Аллаға – Алланыҡы
20Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.
21– Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең. 22Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.
23Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
24– Бер динар күрһәтегеҙ әле Миңә. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораған.
– Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап биргән тегеләр.
25Ғайса уларға:
– Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тигән.
26Тегеләр, Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын тапмайынса һәм, Уның яуабына хайран ҡалып, бер ни өндәшә алмаған.
Үленән терелеү тураһында һорау
27Ғайса эргәһенә бер нисә саддукей килгән. Улар үленән терелеүҙе инҡар иткән һәм Ғайсаға шундай һорау биргән:
28– Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 29Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә. 30Уның ҡатынына икенсеһе лә, 31өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала. 32Аҙаҡ ҡатын да вафат була. 33Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
34Ғайса уларға былай тип яуаплаған:
– Был донъя кешеләре өйләнә лә, кейәүгә лә сыға. 35Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы иҫәпләнгәндәр өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. 36Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар. 37Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы тип тә атаған. 38Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере.
39Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берҙәре:
– Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тигән.
40Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға бер нәмә тураһында ла һорау бирергә баҙнат итмәгән.
Дауыт тоҡомо һәм Дауыт хужаһы
41Ғайса иһә уларға:
– Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип нисек әйтә алалар? 42-43Дауыт үҙе үк Зәбур китабында:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“».
44Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?
Ҡанун белгестәренән һаҡланырға ҡушыу
45Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
46– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 47Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.

Currently Selected:

Лука 20: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in