YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 19

19
Павел Ефеста
1Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.
2– Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны ул уларҙан.
– Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға.
3– Һеҙ ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң?
– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.
4– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел.
5Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды. 6Павел ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла әйткән һүҙҙәрҙе иғлан итә башланы. 7Унда ун икеләп шәкерт бар ине.
8Павел өс ай буйы ғибәҙәтханаға йөрөп, тәүәккәллек менән вәғәзләне, әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәткә ышандырырға тырышты. 9Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Павел улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тиранн тигән берәүҙең уҡыу йортонда көн һайын әңгәмә ҡороп ултырҙы.
10Ике йыл буйы ошолай дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәүселәрҙең һәммәһе – йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.
Скева улдары
11Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. 12Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты. 13Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп:
– Мин һеҙгә Павел бәйән иткән Ғайса вәкәләте менән бойороҡ бирәм, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты.
14Йәһүд кешеһе Скева атлы баш руханиҙың ете улы ла шулай эшләне. 15Әммә шаҡшы рух:
– Ғайсаны беләм, Павел да миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе.
16Шаҡшы рухлы кеше бағымсыларға ташланды һәм, уларҙы бик ныҡ итеп туҡмағас, тегеләр ул йорттан яраланған һәм кейемдәре йыртылған хәлдә сығып ҡасты. 17Был ваҡиға Ефеста йәшәүсе бөтөн йәһүдтәргә һәм башҡа милләт кешеләренә мәғлүм булды. Барыһы ла ҡурҡыуға төштө, һәм Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. 18Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны. 19Ә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе бөтәһе алдында үҙҙәренең китаптарын йыйып яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләнеләр: барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты.
20Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды.
Ефеста боларыш
21Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне.
– Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.
22Ике ярҙамсыһын, Тимофей менән Ерасты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә ҡалды.
23Шул көндәрҙә Раббы юлына ҡаршы ҙур боларыш сыҡты. 24Гректарҙың алиһәһе Артемида ғибәҙәтханаһының өлгөләрен көмөштән ҡойған Димитрий тигән көмөшсө бар ине. Ошо эш менән һөнәрселәр унан байтаҡ табыш алды. Үҙ тирәһенә 25көмөшсөләрҙе һәм башҡа һөнәрселәрҙе йыйып:
– Дуҫтар! Мул тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнлеген һеҙ беләһегеҙ, – тине ул. – 26Хәлбуки, күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ, шул Павел, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип һөйләп, Ефеста ғына түгел, бөтөн Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы. 27Бының хәүефе беҙҙең кәсептең яманаты сығыу менән генә сикләнмәй: Бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһының әһәмиәте бөтөр, барлыҡ Асия өлкәһе һәм бөтә донъя табына торған алиһә үҙенең бөйөклөгөнән мәхрүм ителер.
28Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарҙы. Улар:
– Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға кереште.
29Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды. 30Павел халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне. 31Шулай уҡ Павелдың дуҫтары булған Асия өлкәһенең күренекле әһелдәре лә, кешеләр артынан хәбәр ебәреп, уның тамаша урынында күренмәүен үтенде.
32Халыҡ йыйылған ерҙә берәүҙәр бер, икенселәре бүтән нәмә ҡысҡырҙы. Йыйылышта тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө, йыйылғандарҙың күбеһе ни өсөн килгәнен дә белмәне. 33Ҡайһы берәүҙәр Искәндәр исемле бер кешене ғәйепле тип уйланы, сөнки йәһүдтәр уны халыҡ алдына сығырға мәжбүр иткәйне. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. 34Уның йәһүд икәнлеген белеп алғас, һәммәһе бер тауыштан:
– Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип һөрәнләй башланылар.
Улар шулай тип ике сәғәт тиерлек ҡысҡырышты. 35Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып:
– Ефес халҡы! Ефестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. – 36Бының шулай булыуы бәхәсһеҙ икән, ул саҡта тыныс булырға, ҡыҙыулыҡ менән нимәлер ҡылырға тейеш түгелһегеҙ. 37Һеҙ тотоп килтергән был кешеләр Артемида ғибәҙәтханаһын да таламаған, беҙҙең алиһәбеҙҙе лә хурламаған. 38Димитрийҙың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәйһенә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр. 39Тағы һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ уларҙы законлы халыҡ йыйылышында күтәрә алаһығыҙ. 40Беҙ хәҙер бөгөнгө ваҡиға өсөн фетнә сығарыуҙа ғәйепләнеү ҡурҡынысы алдында торабыҙ. Ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер дәлилебеҙ юҡ.
Шул һүҙҙәрҙе әйтеп ҡала башлығы йыйылышты таратты.

Currently Selected:

Ғәмәлдәр 19: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in