Ғәмәлдәр 13
13
Варнава менән Савлға изге хеҙмәт йөкмәтелеү
1Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине. 2Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух:
– Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине.
3Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.
Илселәр Кипрҙа
4Изге Рух тарафынан ебәрелгән Варнава һәм Савл Селевкия ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр. 5Утрауҙағы Саламин ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Улар менән бергә ярҙамсы сифатында Яхъя ла бар ине. 6Бөтә утрауҙы үтеп, улар Паф ҡалаһына килде. Унда сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бариисус исемле йәһүд кешеһенә тап булдылар. 7Ул өлкә башлығы Сергий Павел янында ине. Сергий Павел аҡыллы кеше ине, ул, Алла һүҙен тыңларға теләп, Варнава менән Савлды үҙ һарайына саҡырҙы. 8Ә Елима (был Бариисустың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо. 9Әммә Изге Рух менән һуғарылған Савл, уны Павел тип тә атайҙар, Елимаға туп-тура ҡарап:
10– Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. – 11Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең.
Шунда уҡ Бариисусты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.
12Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.
Павелдың Писидия өлкәһендәге Антиохияла сығышы
13Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты, 14ә бүтәндәре Пергиянан Писидия өлкәһендәге Антиохияға килде.
Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы. 15Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша:
– Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.
16Павел, ҡулы менән ишара яһап, һүҙ башланы:
– Израилдәр һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр, тыңлағыҙ! 17Был халыҡтың – Израилдең Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған һәм был халыҡ Мысыр ерендә булған саҡта уның һанын арттырған, Үҙенең ҡөҙрәте менән уларҙы Мысырҙан сығарған. 18Сүлдә ваҡыттарында, ҡырҡ йыл самаһы, Ул уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған. 19Ханаан ерендә ете халыҡты юҡ иттергәндән һуң, шул ерҙе Израиль халҡына мираҫ итеп биргән. 20Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Самуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған. 21Шунан улар батша һораған һәм Алла Вениамин нәҫеленән булған Кис улы Саулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән. 22Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә оҡшаған бер ирҙе, Иессей улы Дауытты таптым. Ул Мин теләгән һәр эште башҡарасаҡ», – тигән.
23Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Алла Дауыт нәҫеленән Израилгә Ҡотҡарыусы Ғайсаны бирҙе. 24Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя, тәүбәгә килеү билдәһе булған һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәп, бөтә Израиль халҡына вәғәз һөйләне. 25Үҙ хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Һеҙ мине кем тип уйланығыҙ? Мин Ул түгел, Минең арттан Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡлы түгелмен», – тине.
26– Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде. 27Иерусалимда йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары Мәсихте таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы. 28Уның үлемгә дусар итерлек һис бер ғәйебен тапмаһалар ҙа, Пилаттан ҡәтғи рәүештә Уны үлтереүҙе һоранылар. 29Уның хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. 30Әммә Алла Уны үленән терелтте. 31Ул Үҙе менән Галилеянан Иерусалимға килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.
32-33Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды:
«Һин – Минең Улым,
бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым».
34Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә былай тигән:
«Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне
һеҙҙең өсөн тормошҡа ашырасаҡмын».
35Һәм бүтән бер урында ла:
«Үҙ Изгеңдең тәнен
серетмәҫһең», –
тип яҙылған.
36Үҙ дәүерендә Алла ихтыяры буйынса хеҙмәт итеп йәшәгән Дауыт иһә вафат булды һәм үҙенең аталары янына ерләнде. Уның тәне серене. 37Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне.
38-39Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. 40Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ҡарата әйтелгән булып сыҡмаһын. Пәйғәмбәрҙәр әйткән:
41«Тәкәбберҙәр, ҡарағыҙ!
Таң ҡалығыҙ һәм юҡ булығыҙ.
Һеҙ йәшәгән көндәрҙә
Мин бер эш башҡарырмын.
Ул эш тураһында
һеҙгә һөйләһәләр ҙә,
бер ҡасан да ышанмаҫ инегеҙ».
42Павел менән Варнава ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, кешеләр:
– Киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, – тинеләр.
43Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Павел менән Варнава артынан барҙы. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне.
44Икенсе шәмбелә бөтә ҡала тиерлек Раббы һүҙен тыңларға йыйылды. 45Ә йәһүдтәр халыҡтың күплеген күреп көнләште һәм Павелдың һүҙҙәренә ҡаршы әсе телләште. 46Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә:
– Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ. 47Раббы бит беҙгә:
«Ҡотолоу Һинең аша
ерҙең бөтә сиктәренә тиклем килһен тип,
Мин Һине башҡа халыҡтарға
яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым», –
тигән әмер бирҙе.
48Мәжүсиҙәр Павел менән Варнава әйткән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.
49Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды.
50Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты. 51Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө#13:51 Аяҡтағы туҙанды ҡағыу – бының менән Павел һәм Варнава үҙҙәренең уларҙан баш тартыуын күрһәткән. Мф. 10:14-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ. һәм Икония ҡалаһына китте.
52Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән тулы ине.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 13: BskNT14
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014