Лукас 7
7
Йөҙ башының ышанысы
(Маҫ 8:5-13)
1Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килде. 2Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине. 3Йөҙ башы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәрҙе. 4Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораны:
– Йөҙ башы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.
6Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм:
– Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. – 7Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.
9Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп:
– Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Исраил халҡында ла был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тине.
10Ебәрелгән кешеләр, әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанын күрҙеләр.
Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү
11Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға китте. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барҙы. 12Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине. 13Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп:
– Илама, – тине.
14Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны.
– Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.
15Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе. 16Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм:
– Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.
17Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды.
Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя
(Маҫ 11:2-19)
18Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп бирҙе. Яхъя ике шәкертен саҡырып алды ла 19#Баш 49:10; Зәб 117:26; Днл 7:13; Млх 3:1.уларҙы Раббы Ғайсаға ебәрҙе:
– Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушты.
20Улар Ғайса янына килгәс:
– Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тинеләр.
21Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне. 22#Ишғ 35:5-6; 61:1.Ғайса Яхъяның шәкерттәренә:
– Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 23Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап бирҙе.
24Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы? 25Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит затлы кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була. 26Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 27#Млх 3:1.Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 28Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.
29Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. 30Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты.
31Ғайса тағы былай тине:
– Шулай итеп, был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була? 32Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған. 33Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. 34Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.
35 #
Хик 8:6-9, 32-35. Әммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән бөтә кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.
Ғайса фарисей Шимғондың өйөндә
(Маҫ 26:6-13; Мрк 14:3-9; Ях 12:1-8)
36Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырҙы. 37Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр#7:37 Алебастр – көршәк яһауҙа ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш. һауыт тотоп килеп инде. 38Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды#7:38 Ул ваҡыттарҙа ҡырын ятып ашағандар.. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.
39Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.
40Ғайса уға:
– Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине.
– Әйт, Остаз, – тине фарисей.
41– Ике кеше бер әҙәмгә бурыслы икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар#7:41 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән., ә икенсеһенеке – илле динар. 42Тегеләр түләй алмағас, ул икеһен дә ғәфү итә. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр?
43– Күберәк бурысы ғәфү ителгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап бирҙе Шимғон.
Ғайса уға:
– Һин дөрөҫ уйлайһың, – тине.
44Унан, ҡатынға табан борола биреп, һүҙен дауам итте:
– Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды. 45Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. 46#Зәб 22:5.Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы#7:46 Кешеләр ялан аяҡ йәки асыҡ кейем кейеп йөрөгәнгә күрә, йәһүдтәр хөрмәтле ҡунаҡтарына аяҡ йыуырға һыу тәҡдим иткән. Шулай уҡ хужа кеше ҡунаҡтың башына хуш еҫле май һөрткән.. 47Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.
48Ә ҡатынға иһә:
– Гонаһтарың ғәфү ителде, – тине.
49Табын артындағылар бер-береһенә:
– Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы ғәфү итә, – тиештеләр.
50Ғайса ҡатынға тағы ла:
– Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тине.
Currently Selected:
Лукас 7: БашИЯ2023
ማድመቅ
Share
Copy
ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023