Лукас 11
11
Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе
(Маҫ 6:9-13; 7:7-11)
1Ғайса бер урында доға ҡылып тора ине. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе:
– Хакимым, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораны.
2Ғайса уларға:
– Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ:
Атабыҙ!
Исемең мөҡәддәс булып танылһын,
Һинең Батшалығың килһен.
3 #
Хик 30:8. Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.
4Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа,
беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине.
5Ғайса һүҙен дауам итте:
– Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле, 6үтеп барышлай бер дуҫым ингәйне, табынға ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ», – тип һорай. 7Ә өй эсенән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишегем бикле, янымда балаларым йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым». 8Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.
9Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар. 10Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 11Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораған улына йылан тотторор? 12Йәки йомортҡа һораһа, саян бирер? 13Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.
Ғайса һәм Бәғел-Зевул
(Маҫ 12:22-30; Мрк 3:22-27)
14Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарҙы. Ен сыҡҡандан һуң, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалды. 15Уларҙың ҡайһы берҙәре:
– Ул ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың#11:15 Бәғел-Зевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. Бәғел-Зевул Ҡәнғән халыҡтарының илаһы булған. Уны яуыз рухтар башлығы тип һанағандар (ҡарағыҙ: «ІV Батшалар», 1:2). көсө менән ҡыуып сығара, – тине.
16Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап итте. 17Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тине:
– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ емерелер, эсендә дошманлыҡ булған һәр ғаилә тарҡалыр. 18Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! 19Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә, әйҙә, улар һеҙҙе хөкөм итһен. 20Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
21Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта, уның милке хәүефһеҙлектә булыр. 22Ә инде көслөрәк берәү, һөжүм итеп, был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтә ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. 23Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата.
Яуыз рухтың ҡайтыуы
(Маҫ 12:43-45)
24– Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. 25Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 26Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.
27Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын:
– Һине ҡарынында йөрөткән, Һине имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырҙы.
28Ә Ғайса уға:
– Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы.
Илаһи билдә тураһында
(Маҫ 12:39-42)
29Эргә-тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ғайса һөйләй башланы:
– Был замандың кешеләре яуыз, илаһи билдә талап итәләр, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 30#Юнс 3:3.Юныс Ниневе кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн билдә булыр. 31#3 Бат 10:1-10.Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк. 32#Юнс 3:6-9.Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.
Тән һәм яҡтыртҡыс хаҡында
(Маҫ 6:22-23)
33Шәмде тоҡандырып, бер кем дә уны аҫҡа тығып#11:33 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «йәки һауыт аҫтына» тигән һүҙҙәр ҙә бар. ҡуймай, киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, уны шәмдәлгә ултырталар. 34Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булғанда, бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда, тәнең дә ҡараңғы була. 35Шуға күрә һаҡ бул: үҙеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булмаһын. 36Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, шәм нуры һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.
Фарисейҙар менән ҡанун белгестәрен киҫәтеү
(Маҫ 23:1-36)
37Ғайса һүҙен тамамлағас, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, өйгә инеп, табын артына ултырҙы. 38Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса ҡулын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалды. 39Әммә Раббы Ғайса уға былай тине:
– Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. 40Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар итмәгәнме ни? 41Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.
42Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине. 43Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙың түрендә ултырырға, баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен яратаһығыҙ. 44Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдә ҡуйылмаған ҡәбер һымаҡһығыҙ. Кешеләр белмәйенсә ошо ҡәберҙәрҙе тапап йөрөй.
45Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе:
– Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе лә рәнйетәһең, – тине.
46Ғайса былай тип яуапланы:
– Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә теймәйһегеҙ. 47Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр ҡуяһығыҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! 48Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ. 49#2 Йыл 36:15-16; Йер 7:25-26.Шуның өсөн Алла аҡылы былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр». 50Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын яуап тотасаҡ, – 51#Баш 4:10.Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.
52Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә юл бирмәнегеҙ.
53Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар, Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башланы. 54Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты.
Currently Selected:
Лукас 11: БашИЯ2023
ማድመቅ
Share
Copy
ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023