1
Лукас 22:42
Изге Яҙма
– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Лукас 22:32
Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.
3
Лукас 22:19
Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.
4
Лукас 22:20
Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.
5
Лукас 22:44
Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды.
6
Лукас 22:26
Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын.
7
Лукас 22:34
Ғайса иһә: – Һиңә әйтәм, Петрус: бөгөн таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңде өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине.
Home
Bible
Plans
Videos