Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер. Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.