1
Лукас 13:24
Изге Яҙма
– Бөтә көсөгөҙҙө һалып, тар ишектән инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Лукас 13:11-12
Унда ун һигеҙ йыл буйы яуыз рухтан интеккән, бөкрәйеп бөткән, бөтөнләй турая алмаған бер ҡатын бар ине. Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине.
3
Лукас 13:13
Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы.
4
Лукас 13:30
Әлеге ваҡытта һуңғы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренселәрҙең ҡайһы берҙәре һуңғы булыр.
5
Лукас 13:25
Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.
6
Лукас 13:5
Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
7
Лукас 13:27
Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тиер.
8
Лукас 13:18-19
Шунан һуң Ғайса былай тине: – Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Уны нимә менән сағыштырайым? Ул кешенең баҡсаһына ултыртҡан гәрсис орлоғона оҡшаған. Орлоҡ үҫеп еткәс, ағасҡа әүерелә һәм уның ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора.
Home
Bible
Plans
Videos