1
Лукас 12:40
Изге Яҙма
Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Лукас 12:31
Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер.
3
Лукас 12:15
Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.
4
Лукас 12:34
Хазинағыҙ ҡайҙа була, күңелегеҙ ҙә шунда була бит.
5
Лукас 12:25
Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала?
6
Лукас 12:22
Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ.
7
Лукас 12:7
Һеҙҙең иһә башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.
8
Лукас 12:32
Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.
9
Лукас 12:24
Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.
10
Лукас 12:29
Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ.
11
Лукас 12:28
Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар.
12
Лукас 12:2
Асылмайса ҡалыр йәшерен бер нәмә лә һәм беленмәйсә ҡалыр бер сер ҙә юҡ.
Home
Bible
Plans
Videos