Яхъя 2
2
Ғайсаның һыуҙы шарапҡа әйләндереүе
1Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. 2Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. 3Шарап етмәгәс, Уға әсәһе:
– Быларҙың шарабы бөткән, – тине.
4Ғайса:
– Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе.
5– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.
6Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса таҙарынырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм#2:6 Ике йәки өс үлсәм – грек телендә һүҙмә-һүҙ: «ике йәки өс метретес». Бер метретес – яҡынса 40 л. һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. 7Ғайса:
– Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, – тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы.
8Шунан һуң Ғайса уларға:
– Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине.
Улар шулай эшләне. 9Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып:
10– Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде бөтәһе лә эсеп иҫергәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине.
11Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.
12Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына китте. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.
Алла йортон таҙартыу
(Маҫ 21:12-13; Мрк 11:15-17; Лк 19:45-46)
13 #
Сығ 12:1-27; Ҡнн 16:1. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы#2:13 Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала. яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде. 14Ул, Алла йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, 15бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп, өҫтәлдәрен ауҙарып ебәрҙе. Күгәрсен һатыусыларға:
16– Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.
17 #
Зәб 68:10. Шунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.
18Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан:
– Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.
19– Бынау Алла йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.
20Йәһүдтәр:
– Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр.
21Әммә Ғайса, «бынау Алла йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. 22Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре, Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды.
23Ҡотҡарылыу байрамында Уның Йәрүсәлимдә күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. 24Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы. 25Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.
Okuqokiwe okwamanje:
Яхъя 2: БашИЯ2023
Qhakambisa
Dlulisela
Kopisha
Ufuna ukuthi okuvelele kwakho kugcinwe kuwo wonke amadivayisi akho? Bhalisa noma ngena ngemvume
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023